Йәмғиәт
2 Апрель 2025, 07:30

Етәкселәр хәҙер кемдәрҙе эшкә саҡыра?

Күптән түгел Рәсәйҙең “hh.ru” онлайн-рекрутинг сервисы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда етәкселәрҙең кемдәрҙе күберәк эшкә саҡырыуына анализ яһаны.

Етәкселәр хәҙер кемдәрҙе эшкә саҡыра?Етәкселәр хәҙер кемдәрҙе эшкә саҡыра?
Етәкселәр хәҙер кемдәрҙе эшкә саҡыра?

Күптән түгел Рәсәйҙең “hh.ru” онлайн-рекрутинг сервисы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда етәкселәрҙең кемдәрҙе күберәк эшкә саҡырыуына анализ яһаны.

Асыҡланыуынса,  мартта Башҡортостанда һатыусы-консультантар өсөн 1,5 мең вакансия барлыҡҡа килгән. Артабан иң күп талап ителгән тәүге биш һөнәр араһында – һатыу һәм клиенттар менән эш итеүсе менеджерҙар (1,6 мең вакансия), шоферҙар (бер мең вакансия), электр монтажсылары һәм машинистар (0,8 мең вакансия).

Етәкселәр иң күп вакансия асҡан һөнәрҙәр араһында слесарҙар һәм сантехниктар, ашнаҡсылар, икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар, табиптар, инженер-конструкторҙар, бухгалтерҙар, кибет администраторҙары, курьерҙар, фрезлаусылар бар.

Хәҙерге мәлдә айырыуса табиптар етешмәй – был һөнәр буйынса бер вакансияға 1,3 резюме ғына тура килә. Шулай уҡ кондитерҙар буйынса был күрһәткес 1,6 резюме, кибет администраторҙарынан – 1,5, кибет директорҙарынан 2,3 резюме тура килә. Икенсе төрлө әйткәндә, етәкселәрҙең һайлап алыу мөмкинлеге юҡ, кем килһә лә алырға мәжбүрҙәр.

Ә бына упаковкалаусылар һәм комплектлаусылар биргән резюмелар һаны Башҡортостандағы бер вакансияға 12,7 резюме тура килә! Тимәк, улар араһында эшкә урынлашыу буйынса көнәркәшлек ҙур.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас