

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды (артабан – Фонд) Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы (артабан – БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы) менән берлектә Бөтә Рәсәй “Ышаныс марафоны. 2025“ онлайн-акцияһын (артабан – онлайн-акция) үткәрә. Ул Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнөнә (17 май) арналған.
Онлайн-акция 2025 йылдың 1 апреленән 30 апреленә тиклем ойошторолған акция балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең 8-800-2000-122 балалар ышаныс телефоны һәм кеҫә телефондарынан 124 ҡыҫҡа номеры буйынса шылтыратыуҙа ашығыс психологик ярҙам алыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәтлелекте арттырыу маҡсатында үткәрелә.
Онла йн-акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт https://fonddetyam.ru/detskiy-telefon-doveriya/vserossiyskie-proekty/385/18225/ һылтанмаһы буйынса Фонд сайтының “Балаларҙың ышаныс телефоны” бүлегендә урынлаштырылған.
Фото: