Йәмғиәт
3 Апрель 2025, 18:00

Кескәй Һомайҙы күрегеҙ!

Башҡортостанда ып-ысын Һомай үҫеп килә! Уның атаһы социаль селтәрҙә видеояҙма менән уртаҡлашты. Үҙе менән танышайыҡ

Баймаҡ районында йәшәүсе эшҡыуар-йылҡысы Денис Өмөтбаевтың ғаиләһендә бәләкәй генә Һомай үҫә. Атаһы социаль селтәрҙә кесе ҡыҙы тураһында видеояҙма менән уртаҡлашты. "Беҙ ҡыҙыбыҙға ошо күркәм исемде биргәс тә, ул сикһеҙ популяр булып китер, тип әйттем", - ти ул.

Әйтерһең, бәләкәстең атаһы алдан күргән! Ысынлап та, бөгөн "Ай Йола" башҡорт төркөмөнөң йыры донъяның төрлө мөйөштәрендә яңғырай һәм интернет аша "Кем ул Һомай?" тигән һорауға яуап эҙләүселәр артҡандан-арта. Беҙҙең кескәй Һомайға иҫән-һау, яҡындарын ҡыуандырып үҫеүен, бәхетле яҙмышлы булыуын теләйбеҙ! Видеолағы сабыйҙы "собханаллаһ!" тип ҡарарға онотмағыҙ!)

Видео – Денис Өмөтбаевтың шәхси сәхифәһенән, уның рөхсәте менән ҡулланылды.

Рәүилә Ғатауллина.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас