3 апрелдә Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Благовещен тимер-бетон күпер конструкциялары заводы" акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды.
Предприятие республика булышлығында "Благовещен" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булған. Был льготалы һалым режимын индереүҙе күҙ уңында тота. Завод коллективы күпер төҙөү, юл төҙөлөшө һәм инфраструктураны үҫтереү өсөн йыйылма конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә.
Радий Хәбиров производствоға 2022 йылдың авгусында старт бирҙе. Башҡортостандан продукцияны республика буйынса, шулай уҡ Түбәнге Новгородҡа, Һамарға, Пермгә, Ҡазанға, Ырымбурға һәм башҡа төбәктәргә оҙаталар.
Башҡортостан Башлығы технологик участкаларҙы ҡараны һәм продукция өлгөләре менән танышты. Предприятиеның генераль директоры Дмитрий Исаев әйтеүенсә, производствоны үҫтереү сиктәрендә завод металл конструкциялар сығарыуҙы ойоштороу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырған, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 770 миллион һум тәшкил иткән. Уны 2023 йылдың ноябрендә "Инвестиция сәғәте"ндә хуплағандар.
Башҡортостан Башлығы завод етәкселеге менән етештереү ҡеүәттәрен артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Киләсәктә яңы технологик участкалар асыу, продукция күләмен һәм ассортиментын арттырыу күҙаллана.
- Предприятие республикала бер нисә йыл элек эшләй башланы. Беҙ проектҡа тейешле ярҙам күрһәттек, хәҙер завод бөтә ҡеүәткә эшләй, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. - Башҡортостанда ҙур төҙөлөштәр күп: юлдар, сәнәғәт һәм социаль объекттары, шуға күрә бындай производстволар беҙгә, һис шикһеҙ, кәрәк.
Фото: glavarb.ru