Нисә йәштә булһаң да, иң ҡәҙерле кешеңде - әсәйҙе юғалтыу бик ауыр шул.
Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың әсәһе вафат булған. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә. "Хуш, Әсәй, тыныс йоҡла..."- тип яҙған ул.
Бибинур ханымдың ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын! Йырсының һәм уның ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Кызыл таң" гәзите сайтынан.