Йәмғиәт
6 Апрель 2025, 13:00

Ауыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡ

“Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу осоронда төбәктә сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса йәмәғәт ойошмаларының эше әүҙемләшкән

Ауыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡАуыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡ
Ауыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡ

Белорет районының Инйәр ауылы - тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған иң ҙур һәм төҙөк ауылдарҙың береһе. Административ үҙәктән иң алыҫта урынлашҡан был ауылда халыҡ һаны дүрт меңдән ашыу иҫәпләнә. Унда төрлө милләт һәм дин вәкилдәре килешеп, татыу йәшәй.

Бөгөн Инйәр биләмәһе әүҙем үҫешә, йәштәр шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары һатып ала, матур йорттар һала. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йылдам алға бара. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны арта. Яңы биналар төҙөгән, уңайлы объекттар асҡан, юл буйы хеҙмәтләндереүенә айырым иғтибар бүлгән әүҙем эшҡыуарҙар күп.

Инйәр ауылы Башҡортостан Республикаһының 42 төп ауылының береһе булып тора. 2024 йылда ауыл “Белорет районы муниципаль районының иң яҡшы муниципаль берләшмәһе” конкурсында 1-се урын яуланы, “Айыҡ ауыл - 2023” конкурсының республика этабында дипломант булды. “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу осоронда төбәктә сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса йәмәғәт ойошмаларының эше әүҙемләшкән. Ирҙәр ҡоро, Ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ағинәйҙәр ҡоро, Ветерандар советы уңышлы эшләп килә. Профилактик маҡсатта төнгө рейдтар, уңышһыҙ ғаиләләргә рейдтар ойошторола. Уңышһыҙ ғаиләләр  менән эшләү буйынса ведомство-ара эш төркөмө ултырыштары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның күсмә ултырышы, психоневрология диспансерында иҫәптә торған граждандар өсөн нарколог-психолог менән консультациялар үткәрелгән. Эшҡыуарҙар һәм магазиндар селтәре директорҙары менән алкоголле тауарҙы һатыуҙы сикләү тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды.

Ауылдың “Айыҡ ауыл-2024” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу осоронда үткәрелгән спорт һәм мәҙәни сараларға айырым иғтибар бирелде, улар сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуҙы пропагандалауға йүнәлтелгәйне.

Инйәр ауылында “Zа ней” ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшләй, унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре ағза булып тора. Клубта төрлө уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, психологик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтелә.

Ауыл активистары бер нисә тапҡыр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәхетнамә”, “Теләүҙек” тапшырыуҙарында ҡатнашты, “Юлдаш” радиоһына ла сығыш яһаған. 2024 йылда беҙ “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы”на арналған саралар сиктәрендә Республика балаларҙы реабилитациялау үҙәгендә булдыҡ. Конкурста оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, сәләмәт тормош алып барыу буйынса семинарҙар ойошторолдо.

“Инйәр-тур” проекты уңышлы алып барыла, унда шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм туристарға һәм транзит сәйәхәтселәргә үҙ хеҙмәттәрен күрһәтергә әҙер шәхестәрҙең мәғлүмәттәр базаһы туплана. Социаль селтәрҙәрҙә барлыҡ туристик хеҙмәттәрҙең тулы тасуирламаһы һәм бәйләнештәре хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыу, баннерҙар, буклеттар, сувенирҙар сығарыу, транзит хәрәкәте юғары булған урындарҙа: юл буйы сервисы учреждениеларында, Инйәр тимер юл вокзалында маршруттар, мәғлүмәт стендтарын урынлаштырыу ҡаралған.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҙур ярҙам күрһәтәләр, ғаиләләрен дә хәстәрләйҙәр. Махсус хәрби операция башланғандан алып бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам йыйылған һәм оҙатылған. “Был сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла оло рәхмәт”, – ти Инйәр ауыл биләмәһе башлығы Алена Күсәрбаева.

Йылдан-йыл ауылыбыҙҙың бар халҡы ла ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәт әсәлеккә, имен балалыҡҡа йүнәлтелгән рухи, әүҙем тормош  алып  бара башлар, шуның менән ауылда йәшәү кимәлен дә күтәрер, тип өмөтләнергә ҡала.

Рәмил Нафиҡов фотолары.

Ауыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡ
Ауыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡ
Ауыл ул бер оло, татыу ғаилә кеүек: табындар – бергә, ҡайғылар – уртаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас