Йәмғиәт
8 Апрель 2025, 05:00

Волейбол турниры сәмле бара

Сарала Әхәт Мотаһар улының тормош иптәше Тәнзилә апайҙың һәм балаларының ҡатнашыуы ҡыуаныслы

Волейбол турниры сәмле бараВолейбол турниры сәмле бара
Волейбол турниры сәмле бара

Өфө ҡалаһының "Динамо" стадионында Башҡортотстандың халыҡ артисы, билдәле диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә Башҡортостандың матбуғат саралары араһында волейбол турниры башланды. Бәйгелә бөтәһе дүрт команда ҡатнаша. "Башҡортостан радиостанцияһы", "Башҡортостан "Юлдаш" телеканалы", "Республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары" һәм "Башҡортостан йондоҙҙары" командалары шуға асыҡ миҫал.

Волейбол турниры 2018 йылдан алып Әхәт Мортазиндың исемен йөрөтә. Сарала Әхәт Мотаһар улының тормош иптәше Тәнзилә апайҙың һәм балаларының ҡатнашыуы ҡыуаныслы.

Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлыгы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов әйтеүенсә, Әхәт Мортазин кеүек арҙаҡлы шәхестәреҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Журналистар эштә лә алдынғы, төрлө спорт сараларында ла әүҙем. Әйткәндәй, Марат Әсғәт улы "Республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары" командаһы составында.

– Атайым бәләкәйҙән спорт яратты, бигерәк тә волейболды үҙ итте, – тине Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Әхәт Мортазиндың улы Салауат Мортазаин.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Волейбол турниры сәмле бара
Волейбол турниры сәмле бара
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас