Киң мәғлүмәт сараларында Запорожье АЭС-ын (ЗАЭС-ын) Украинаға тапшырыу ихтималлығы йәки станцияға Украина, АҠШ йәки халыҡ-ара ойошма вәкилдәре тарафынан ниндәйҙер “берлектәге контроль“ булдырыу темаһына спекуляциялар таралыуы менән бәйле Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.
ЗАЭС – Рәсәйҙең ядро объекты. 2022 йылдың сентябрь аҙағында үткән референдумдар йомғаҡтары буйынса Донецк, Луганск Халыҡ Республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй Федерацияһы составына тулы хоҡуҡлы субъекттар сифатында инде. 2022 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Запорожье өлкәһе территорияһында атом энергияһын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡи көйләү үҙенсәлектәре тураһында”ғы 711-се Указға ҡул ҡуйҙы. Был, үҙ сиратында, ЗАЭС-ты Рәсәй юрисдикцияһы аҫтында булған объект сифатында статусын нығытты.
Станцияны Рәсәй атом тармағына ҡайтарыу – халыҡ-ара берләшмәгә танырға ғына ҡалған күптән ғәмәлгә ашырылған факт. ЗАЭС-ты Украинаға йәки башҡа илгә тапшырыу, уны контролгә алыу мөмкин түгел.
Станция хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла – Рәсәй граждандары. Уларҙың яҙмышы менән уйнарға ярамай, бигерәк тә украиндарҙың илебеҙ территорияһында булдырған һәм әле һаман да дауам иткән ҡанһыҙлыҡтарын иҫәпкә алғанда.
ЗАЭС-ты ниндәй ҙә булһа дәүләт менән берлектә файҙаланыу мөмкин түгел. Был осраҡта, мәҫәлән, ядро һәм физик ядро хәүефһеҙлеген тейешле кимәлдә тәьмин итеп, ядро зыяны өсөн гражданлыҡ яуаплылығы мәсьәләләрен көйләп булмай. Ҙур диверсия потенциалына эйә булған НАТО илдәренең Украина менән разведкаларының тығыҙ хеҙмәттәшлеге был дәүләттәрҙең вәкилдәрен ваҡытлыса булһа ла ЗАЭС-ҡа индереүҙе лә тормошҡа ашыра алмай.
Станцияны файҙаланыуҙа ниндәй ҙә булһа халыҡ-ара ойошмаларҙың ҡатнашыуы идеяһы ла абсурд булып күренә, сөнки береһенең дә мандаты ла, компетенцияһы ла уларға ядро объекттарын файҙаланыуҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирмәй.
Халыҡ-ара хоҡуҡҡа ярашлы, төп профилле конвенцияларҙы ла иҫәпкә алып, үҙ территорияһында ядро һәм физик ядро хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн төп яуаплылыҡты дәүләттәр үҙҙәре ала. ЗАЭС-ҡа килгәндә, ул – Рәсәй Федерацияһыныҡы, һәм башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Фото: vk.com/mid.