Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Ришат ҡыҙы Богданова хакимиәткә ҡараған дүрт ауылдың да һулышын, кешеләрен яҡшы белә, сөнки үҙе Түбәнге Ҡыйғыла тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, тыуған яғына ҡайта. Тик география, биология уҡытыусыһына алған һөнәре буйынса эш булмай. Шуға ла ул хеҙмәт юлын Үрге Ҡыйғы ауылында өҫтәмә белем биреү педагогы булып башлай. Ғаилә ҡороп, ике ҡыҙы менән декрет ялында булғандан һуң, 2014 йылда ауыл хакимиәтенә эштәр идарасыһы булып урынлаша. Ә инде былтыр сентябрҙә уға ышаныс белдереп, ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлағандар.
– Урындағы халыҡты яҡшы беләм һәм уларҙы борсоған мәсьәләләр ҙә таныш. Шуға ла өгөтләп, ошо вазифаға һайлап ҡуйҙылар. Эштәр идарасыһы булғанда документтар менән генә эшләнде, хәҙер ауылдағы ойоштороу мәшәҡәттәре иңгә ятты. Еңелдән түгел, әммә ҡыҙыҡ. Төрлө кешеләр бар, бөтәһе менән дә уртаҡ тел табабыҙ. Ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары кеүек йәмәғәт ойошмалары, социаль учреждениелар менән әүҙем эшләйбеҙ.
Тормош иптәшем менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Ирем Өфөгә йөрөп эшләй. Мин ауыл мәшәҡәттәре менән йүгергән саҡта атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм өйҙә балаларҙы ҡарауҙа ярҙам итә, – тип һөйләне Гөлшат Богданова.
Дөйөм алғанда, һуңғы ун йылда Түбәнге Ҡыйғы ауыл хакимиәте биләмәһендә бик күп ыңғай үҙгәрештәр булған. Мәҫәлән, йәш быуынды рухи-патриотик һәм физик тәрбиәләү маҡсатында 2015 йылда ауыл биләмәһе хакимиәте башланғысы менән Түбәнге Ҡыйғы ауылында 2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға 1 478 000 һумға “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә балалар спорт майҙансығы төҙөлә.
Шулай уҡ, 2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, 2019 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылында 35 302 196 һумдан ашыу суммаға торошло һыу үткәргес селтәре төҙөлгән. Шулай уҡ 2019 йылда социаль-мәҙәни объекттарҙы һаҡлау, шулай уҡ йәштәргә рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, концерттар, театр-тамаша саралары, күмәк байрамдар һәм тамашалар үткәреү, художество ансамблдәре һәм коллективтары ҡатнашлығында халыҡ күңел асыуҙары өсөн “Республиканың адреслы инвестицияһы” программаһы буйынса 42 754958,47 һумлыҡ Күп функциялы социаль комплекс сафҡа индерелгән. Бында музыка мәктәбе эшләй – хореография, аккордеон һәм баян класы, шулай уҡ сольфеджио бүлеге бар.
Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе 2018 – 2022 йылдарҙа “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһында ҡатнаша. Уның һөҙөмтәһендә яңыртылған һәйкәл 2019 йылдың ноябрендә асыла. Шул уҡ йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылының үҙәк урамдарына һәм уларға яҡын юлдарға асфальт түшәлгән, ауыл хакимиәтенә ҡараған дүрт ауылдың да урамдарына яҡтыртыусы ҡорамалдар ҡуйылған.
– Йыл һайын “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашабыҙ, уның һөҙөмтәһендә 2016 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылының янғын һүндереү пунктына капиталь ремонт үткәрелде. 2017 йылда ауыл биләмәһе ихтыяждары өсөн “МТЗ 82.1” тракторы алынды, ә 2018 йылда – тракторға аҫылмалы ҡорамалдар, тағылма һәм тейәгес. Был иһә ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эште күпкә еңеләйтте. 2019 йылда программа буйынса яңы Күп функциялы социаль комплекс өсөн 450 мең һумлыҡ сәхнә костюмдарын тектерҙек. Былтыр 820 мең һумға яңы парк өсөн аҫылмалы ҡорамалдар менән бәләкәй трактор (роторлы ҡырҡыу, һабан өсөн ҡоролма һәм һепереү щеткаһы бар). Быйыл иһә берлектәге предприятие ихтыяждары өсөн 437 мең һумлыҡ янғынға ҡаршы ҡорамалдар – янғын һүндереү колонкалары, еңдәр, күсмә олондар һатып алдыҡ, – тип башҡарылған эштәр тураһында уртаҡлашты хакимиәт етәксеһе.
2021 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Түбәнге Ҡыйғыла яңы быуын китапханаһы асылған. Ошо маҡсатта 7 500 миллион һум аҡса бүленгән. Ул Күп функциялы социаль комплекста урынлашҡан. Унда китап уҡыусылар өсөн компьютерҙар ҡуйылған. Хатта телерадиостудиялары ла бар.
2023 йылда иҫке клуб урынында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 9 430 миллион һумлыҡ ял паркы төҙөгәндәр. Хәҙер ауыл халҡы унда рәхәтләнеп ял итә, спорт менән шөғөлләнә.
Ауыл биләмәһендә янғынға ҡаршы саралар күрелгән – йылы бинала торған ике янғын һүндереү машинаһы тәүлек әйләнәһенә ярҙамға сығырға әҙер.
Быйыл Түбәнге Ҡыйғы ауыл хакимиәте, республикала уҙған “Иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы” смотр-конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан командалары араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән һәм 849 773,39 һумлыҡ тағылма-цистерна отҡан.
2024 йылдың декабрендә Түбәнге Ҡыйғы ауылында тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булды –“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлгән яңы ауыл-табиплыҡ пункты асылды.
– Халыҡ әүҙем, барлыҡ өмәләрҙә, спорт һәм мәҙәни сараларҙа берҙәм ҡатнашабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыябыҙ, маскировка селтәрҙәрен бәйләйбеҙ, окоп шәмдәре эшләйбеҙ һәм дарыу үләндәренән сәйҙе пакеттарға тултырабыҙ, – тине Гөлшат Ришат ҡыҙы.
Әлбиттә, ауыл хакимиәтендә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Урындағы халыҡты иң борсоғаны – эшһеҙлек. Был йәһәттән ауыл хакимиәте етәкселеге, алдағы дүрт йылға план төҙөп, туғыҙ йүнәлештә шөғөл асыу йүнәлешен билдәләгән. Килеп сыҡһа, бында эшһеҙҙәр ҙә булмаясаҡ.
Уңған етәксе "Башҡортостан" гәзитенең Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы "Бәйләнештә" төркөмөндә ойошторған "Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы" конкурсында ҡатнаша - «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан».
Уңыштар теләйек!
Фото: Гөлшат Богданованың шәхси архивынан.