Йыуашҡа бүрәнәнең йыуан башын тотторалар.
Талантты талап алып булмай.
Нөктәнең ҙурлығы һөйләмдең абруйын күтәрмәй.
Ике бөркөт алышҡан ерҙә ҡоҙғон һый көтә.
Бәйге атын бәйҙә тотмайҙар.
Берәүҙәр яҙып, икенселәре яҙылғанды һыҙып көн күрә.
Эттең алдан йүгереүе аттың йөгөн еңеләйтмәй.
Ҡыҫтаһалар ҙа ҡыҫҡа һөйлә.
Ҡамыт кейеү йөк тартыу түгел әле.
Ғәйбәтсенең һәйбәте булмай.
Кеҫәңдә ел уйнаһа, ҡатының дауыл ҡуптарыр.
Тик тороу өсөн дә ваҡыт кәрәк.
Мең бесәйҙән бер арыҫлан сыҡмай.
Һаран кеше ҡунаҡтан да, ҡараҡтан да ҡурҡып йәшәр.
Ас ҡунаҡҡа ҡурай уйнамайҙар.
Буш башаҡ башын эймәй.
Ғәбит САДИҠОВ.
Нәсих Хәлисовтың фотоэтюды.