“Ауыл биләмәһендә тормошҡа ашырылған барлыҡ эштәр – урындағы тотош халыҡтың, ойошма һәм учреждениеларҙың, старосталарҙың, депутаттарҙың, хакимиәттең берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәһе. Һәм һәр көн беҙгә яңы бурыстар ҡуйып тора”, – ти Шаран районының Түбәнге Ташлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлнара Ғарифуллина.
Ул был вазифаны күптән – 2011 йылдан алып атҡара. Коми Республикаһының Усинск ҡалаһында тыуған ҡыҙҙың балалыҡ һәм йәшлек осоро Туймазыла үтә. Кейәүгә сыҡҡандан алып Шаран районының Үрге Ташлы ауылында йәшәй. Матур ғаиләлә ике бала үҫкән, улар инде хәҙер үҙаллы тормош көтә.
Гөлнара Ғарифуллина Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһын, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Социаль хеҙмәткәр, балалар баҡсаһы мөдире бурыстарын лайыҡлы атҡарған. Кешеләр менән эшләүҙә оло тәжрибә туплаған, абруй яулаған Гөлнара Сабит ҡыҙын урындағы халыҡ ҙур теләк белдереп хакимиәт башлығы итеп һайлаған.
Үтә тырыш, ойоштороу һәләтенә эйә етәксе яңы урындың эш үҙенсәлектәренә тиҙ өйрәнә, заманса алымдар ҡулланып, юғары компетентлыҡ, ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итә белеү оҫталығын, талапсанлыҡ күрһәтеп, Түбәнге Ташлы ауыл биләмәһен тиҙ арала өлгөлөләр рәтенә индерә. Бында инфраструктура үҫеше, иҡтисади, социаль хәл-торош яҡшы кимәлдә, халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүгә ҙур иғтибар бүленә.
Һуңғы йылдарҙа биләмәләге барлыҡ ауылдарҙа юлдар яҡшыртылған, урамдарға яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, һыу үткәреү селтәрҙәрендә, башняларҙа ремонт уҙғарылған. “Реаль эштәр” проектына ярашлы, урындағы бюджеттан аҡса ҡушып, Яңы Йүзәйҙә 1122 метр оҙонлоҡтағы һыу менән тәьмин итеү системаһы тотошлай яңыға алмаштырылған. Ошо уҡ ауылда, “Атайсал” проекты нигеҙендә, өс йәйәүлеләр күпере ремонтланған. Бында шулай уҡ мемориаль комплекс булдырылған. Биләмәләге барлыҡ ауылдарҙа урындағы бюджет иҫәбенә балаларға уйын майҙансыҡтары төҙөлгән, коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылған.
Хакимиәттең әүҙемлеге арҡаһында бөтә ауылдарҙың халҡы ла дәүләт программаларында даими ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, һөҙөмтәлә урында төҙөкләндереү, яңыртыу эштәре өҙлөкһөҙ бара. Һөҙөмтәлә 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” тип танылып, артабан республикабыҙ данын федераль кимәлдә лә яҡлағандар.
Гөлнара Сабит ҡыҙының тырыш хеҙмәте бихисап наградалар менән билдәләнгән. Әммә иң мөһиме – урындағы халыҡтың ышанысы, хөрмәте, ти ул.
Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фотолар Гөлнара Ғарифуллинаның шәхси архивынан.