Тырыш кешенең эше күренә ул. Бына Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы Ғүмәров тураһында ла ауылдаштары ла, район етәкселеге лә тик яҡшы фекерҙә. Ул был вазифала 2017 йылдан эшләй.
Баймөхәмәт Ғүмәров етәкселек иткән Яңы Мишәр ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай – Яңы Мишәр, Аҙанғол, Көршәле, Ясин. Әле ауыл биләмәһендә 945 кеше йәшәй. Биләмәлә яуаплылығы сикләнгән “Йондоҙ” йәмғиәте (ауыл хужалығы), ике мәҙәниәт йорто, бер мәктәп, бер балалар баҡсаһы, ике мәсет, алты магазин, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, бер почта элемтәһе бүлексәһе, бер китапхана, бер кафе бар.
Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән йылдарҙа байтаҡ ҡына ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында йыл һайын уңышлы ҡатнашып киләләләр – мәктәпкә яңы тәҙрәләр ҡуйғандар, ҡоймаларын яңыртҡандар, юлдарҙы төҙөкләндергәндәр, Көршәле, Аҙанғол ауылы зыяратының ҡоймаларын алмаштырғандар. “Был эштәр ауыл халҡының ярҙамы һәм әүҙемлеге менән тормошҡа ашырылды”, – ти етәксе.
– 2024 йылда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, конкурстан үтеп, Ясин ауылы зыяратын кәртәләү өсөн 897 мең һумға 3D сетка алынды.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһенә ҡараған Ясин ауылында берҙәм, уңған, дәртле халыҡ йәшәй. Уҙған йылда улар “Айыҡ ауыл – 2024” конкурсында ҡатнашып район кимәлендә беренсе урынға сыҡты һәм 50 меңлек сертификатка эйә булды.
Берҙәм Рәсәй партияһы тарафынан “Реаль эштәр” проекты буйынса Яңы Мишәр ауылы мәҙәниәт йортона һыу үткәрелде, – ти Баймөхәмәт Ғүмәров.
Һәр йыл һайын үткәрелгән экологик өмәләрҙә бар ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша, ҡушылған эшкә яуаплы ҡарай. Төҙөкләндереү буйынса ла эштәр алып барыла: ҡоймалар төҙөкләндерелә, буятыла. “Йәшел Башҡортостан” Республика экологик проектында ҡатнашып ағастар ултыртыла. “Рәсәй һыуы” һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә саралар үткәреүҙә Яңы Мишәр ауыл хәкимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто, библиотека, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп балалары әүҙем ҡатнаша.
Оло йәштәгеләр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Йыл әйләнәһенә юбилярҙарҙы, оло йәштәгеләрҙе байрамдары менән ҡотлау яҡшы традицияға әйләнгән, уларҙы хөрмәтләү ислам динендә бик әһәмиәтле төшөнсә.
– Беҙҙең илдә бына бер нисә йыл инде матур традиция йәшәп килә – һәр йыл бер темаға, ижтимағи тормош өлкәһенә арнала, ошо йүнәлешкә айырым иғтибар бүленә, шуға ярашлы бурыстар хәл ителә.
Быйылғы, 2025 йылда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда иһә был йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы исеме аҫтында үтә. Был һайлау бик асыҡ һәм бер үк ваҡытта беҙҙең барыбыҙ өсөн дә бик мөһим тип уйлайым, сөнки 2025 йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ.
Ватанды һаҡлаусылар йылы Бөйөк Еңеүҙең юбилейын ғына күҙ уңында тотмай. Беҙ бөтә геройҙарҙы иҫләргә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ. Илебеҙ өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙы ла, бөгөнгө Рәсәй һаҡсыларын да, махсус хәрби операция һалдаттарын да. Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауын әле лә ишетәбеҙ, ул беҙгә хәҙерге яу яландарынан ишетелә. Шуға күрә 2025 йыл Башҡортостанда Радий Хәбировтың Указына ярашлы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән акцияға ярашлы блиндаж шәмдәре эшләнә, яугирҙәргә туҡмас ҡырҡыу ойошторола. Ауылдаштар ил һаҡлаусы яҡташтарыбыҙға йылы ойоҡбаштар бәйләп, уларҙың эсенә изге һүҙҙәр яҙылған яҙыуҙар һалып, башҡа төрлө кәрәк-яраҡтарын да хәстәрләп һалдаттарға оҙаталар. Унда улар һалдаттар өсөн иң кәрәкле булған: йылы кейемдәр, медицина кәрәк-яраҡтары, эске кейемдәр, санитар-гигиена әйберҙәре лә һалған. Яҡташтарыбыҙ ебәргән күстәнәс-бүләктәрҙе һәм изге теләктәр яҙылған хаттарҙы ғәскәргә алынған ир-егеттәр ҡыуанып ҡабул иткәндер тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла таҙалыҡ, һаулыҡ теләйем, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, ир-егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, – тип уртаҡлашты уңған етәксе.
Әйтткәндәй, Баймөхмәт Ғүмәров әлеге ваҡытта “Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында ҡатнаша – «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан».
Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улына уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар сығанағы: Баймөхәмәт Ғүмәровтың ғаилә архивынан.