Йәмғиәт
13 Апрель 2025, 05:00

“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”

Конкурсантыбыҙ – Архангел районынан Рөстәм Иштуғанов хаҡында депутат Тимерғәле Ураҙғолов нимә тип яҙҙы?

“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”

Ауыл хакимиәте башлығының ошо төбәктән булыуы, был ерҙәрҙе, халыҡты яҡшы белеүе – уңыштың бер өлөшөлөр. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғоловтың яҙмаһын уҡығас, быға тағы бер ҡат инанаһың.

“Граждандарҙы ҡабул итеү сараларына халыҡ үҙенең проблемалары тураһында һөйләргә, план билдәләргә генә түгел, ә яҡшы һүҙҙәр еткерергә лә килә. Архангел районының Тәүәкәс ауылында, мәҫәлән, һәр кем урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Иштуғановҡа рәхмәт әйтте, – тип яҙҙы Тимерғәле Рәлис улы. – "Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете. Быйыл Тәүәкәсте һыу баҫа башлағанда йүгереп йөрөп ярҙам итте. Берәүҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Рәхмәт уға!” – тинеләр. Рөстәм Әхәт улы, был вазифаға күптән түгел ҡуйылһа ла, ауылдаштарының ышанысын, хөрмәтен яулап өлгөрҙө.

Былтыр ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” конкурсында еңеп сығып, трактор һатып алды.

Бында маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ике штаб эшләй. Тәүәкәстәр яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Рөстәм Әхәт улы үҙе район командаһы составында ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып барып ҡайтты”.

2023 йылдан алып Тәүәкәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы бурысын атҡара Рөстәм Иштуғанов. Өлгөлө, тырыш ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ул. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, алдынғылыҡты бирмәгән. 2012 йылда үҙҙәренең Тәүәкәс ауылы ҡыҙы Регинаға өйләнгән, матур ғаиләлә өс бала үҫә.

Тыуған төйәгенең яҙмышын хәстәрләп, янып-көйөп, дәртләнеп эшләй Рөстәм Әхәт улы. “Үҙ ереңдең, ауылдаштарыңдың, яҡташтарыңдың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу – икеләтә яуаплылыҡ”, – ти ул.

Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фотолар Р. Иштуғановтың шәхси архивынан.

“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
“Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете”
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас