Йәмғиәт
14 Апрель 2025, 04:30

Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!

Әле бына яҙғы ташҡын ваҡытында күп өйҙәр һыу аҫтында ҡалды. Хужалар мөлкәтен страховкалау түгел, хатта документтарын да  эшләмәгән булып сыҡты. Кешеләр юл фажиғәһенә осраған ваҡытта ла иң тәүҙә Лилиәгә мөрәжәғәт итәләр.

Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!
Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!

Еләк кеүек сағы

Кәримовтар ҡыҙҙарын бала саҡтан үҫешкә ынтылыш менән тәрбиәләй. Әсәһе Бөрйән районының Иҫәнғазы ауылынан Сания Һиҙиәт ҡыҙы, атаһы Баймаҡ районы Темәс ауылы егете Мөхәррәм Хәсән улы Кәримовтар,  Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыған ваҡытта танышып, 1979 йылда өйләнешә. 1980 йылдың 13 апрелендә ҡыҙҙары Лилиә тыуа. Йәш белегестәрҙе йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районына эшкә ебәрәләр. Мөхәррәмде Таһир урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Улар Билал, Әхмәр ауылдары мәктәптәрендә лә эшләп ала, шунан Баймаҡҡа күсенеп, ундағы интернат-лицейҙа оҙаҡ ҡына хеҙмәт юлы үтәләр.

Лилиә 7-се класта уҡығанда ғаилә Темәскә күсенә. Шундағы урта мәктәптә белем алып, уны миҙалға тамамлап ҡуя тырыш ҡыҙ. Зәлиә һеңлеһе лә ошонда мәктәпкә бара. Атай-әсәйҙең гел уҡыуҙарын, дәрескә план яҙыуҙарын күреп үҫкән ҡыҙҙар ҙа белемгә ынтыла. Район олимпиадаларында еңгән Лилиә хаҡында “Йәншишмә” гәзитендә мәҡәлә баҫыла. Ул бәләкәйҙән бухгалтер-иҡтисадсы булырға хыяллана. Әсәһенең бер туған ҡустыһы Шәфҡәт Һиҙиәт улы Ишдәүләтов бухгалтер булып эшләй. Ағаһының эшенә ҡыҙыға ҡыҙыҡай. Төймәләрҙе шартлатып тартып иҫәпләү оҡшай уға. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын һайлай. Имтиханды “бишле”гә  биреп, студент булып китә. Диплом алғас, 2002 – 2008 йылдарҙа “Яңы дәүер” компанияһында бухгалтер булып эшләй.

“Уҡыуҙы тамамлағансы мин  ҡыҙыҡҡан счеттар урынына иҫәпләү машинкалары, компьютерҙар  сыҡҡайны. Бухгалтерияны ныҡлы өйрәнеп алғас, үҙ эшемде булдырҙым – ике балалар кейеме кибетен астым. Бер юлы биржа сауҙаһы буйынса курста уҡый башланым. Биржа аналитикаһы менән шөғөлләндем”, – ти Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы. Шәхси эшен асыуы әсә булып, декрет ялында ултырған мәлгә тура килә.

Һәр ваҡыт үҫеш хаҡында уйлаған ханым өйҙә генә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Ошо ынтылышы уны бөгөнгө уңышлы нигеҙенә алып килгән. Еләк кеүек сағын ул үҙе өсөн өҙөлөп торған тормош иптәше Евгений Валерьевич, ҡыҙы Яна менән ҡаршылай. Өлгәшелгән, алған белеменең мәнфәғәтен күреп, изгелек ҡылыуҙа күрә ул йәшәү мәғәнәһен.

Яҙмышҡа яҙған һөнәр

Бер ваҡыт осраҡлы ғына остазы, ваҡытында финанс министры урынбаҫары булып эшләгән Азат Фәтих улы Бакировты осрата. Ул Лилиәнең ҡайҙа хеҙмәт итеүе менән ҡыҙыҡһына. Яңы белемдәргә ынтылған, йәшлек  дәрте ташып торған Лилиәне  ВСК компанияһына эшкә саҡыра. “Сәмең һәм ҡеүәтең бухгалтер булып баҫылып  бер урында тыныс ҡына ултыртмаҫ, һиңә страховка продуктары менән сауҙа итеүҙе үҙләштерер кәрәк”, – ти тәжрибәле уҡытыусы... Үҙе хөрмәт иткән остазы етәкләгән, башлыса тик йәштәрҙән торған коллективта Лилиә бөтә һәләтен һәм таһыллығын егеп, эшкә тотона. Кибеттәрен ябырға тура килә. Элек тик хәрбиҙәр менән генә эшләгән компания киңәйә һәм үҙ эшмәкәрлеген был өлкә менән генә сикләмәй, тотош халыҡты хеҙмәтләндерергә тотона. Ойоштороусылары – Мәскәүҙә. Элекке хәрби Сергей Алексеевич Цикалюк әле булһын уның алыштырғыһыҙ етәксеһе булып тора. Ә Азат Фәтих улы Өфө филиалының директоры вазифаһын башҡара. Тап ул компанияның Башҡортостанда төпләнеп, нигеҙләнеүенә күп көс һала. “Өйрәтәм тигән кеше барында ниңә уның тәжрибәһенә таянмаҫҡа?” – ти Лилиә.

Автотранспорт менән алыҫ араларға ташылған йөктәрҙе – автомобиль, нефть ҡоролмалары кеүек ҡиммәтле әйберҙәрҙе страховкалау буйынса баш менеджер булып эшләй башлаған Лилиә ошо йүнәлештәге барлыҡ предприятиеларҙы өйрәнә, улар менән туранан-тура бәйләнешкә инеп, тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуға өлгәшә. Бер аҙҙан ул башҡа төр страховкалар менән дә шөғөлләнә башлай. Йорт-ҡаралтыны,  физик һәм юридик шәхестәр милкенә ҡараған мөлкәтте, гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау төрҙәренең барлығы билдәле. Лилиә физик шәхестәр – ҙур предприятиелар хеҙмәткәрҙәре менән эшләй. Уларҙы бәхетһеҙлек осрағынан страховкалауҙы үтә яуаплылыҡ менән башҡара.

Страховкалау – киләсәккә нигеҙ

Лилиәнең клиенттар менән  эшләүенән ҡәнәғәттәр, сөнки килешеү төҙөгәс тә, уларҙы ташлап ҡуймай, һәр осраҡты ентекләп тикшерә, тәфсирле  аңлатма бирә. Ҡайһы хәлдә күпме аҡса аласаҡтарын, ул процедуралар ниндәй этаптарҙы үтергә тейешлеген клиенттар уның аша белә һәм борсоған һорауҙарына яуап ала. Улар бер-береһенә Лилиә хаҡында һөйләй, шуға ла уға мөрәжәғәт итергә ынтылып торалар.  

Абруй яулап тәжрибә туплағас,  уға башҡарыусы директор вазифаһын йөкмәтәләр. “Килешеүҙәрҙең иң күбе авиация двигателдәрен эшләүсе һәм етештереүсе «ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә. Мин уларҙың кураторымын”, – ти Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы. Ойошма етәкселәре, шәхси предприятие хужалары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Әгәр страховка килешеүе төҙөлә икән, тимәк, Лилиәгә ул тотош хужалығын ышанып тапшыра, ә ул үҙ сиратында страховка килешеүе мөҙҙәте үткәнсе  ойошманың торошон ҙур яуаплылыҡ менән күҙәтә, уның мәнфәғәттәрен яҡлай тигән һүҙ. Берәй хәл килеп тыуһа, шунда уҡ Лилиәгә шылтырата һалалар.

Кеше мәнфәғәтен яҡлап

Страховкалау буйынса эшләгәндә Лилиә сауҙа, бизнес өлкәһе психологияһы буйынса белем алырға кәрәклегенә төшөнә. Был уны Мәскәү ғәмәли психология институтына алып килә. Дүрт йыл элек уны уңышлы тамамлай. Был да уның эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле тәжрибә булып сыға. Ә инде Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юридик белем алыуы уға эшендә тәүәккәллек өҫтәй. Быйыл был уҡыу йортон ул “ҡыҙыл диплом”ға тамамлай. Криптовалюта буйынса курстарҙа ла бик теләп шөғөлләнә, сөнки киләсәктә ошо белемдәр мотлаҡ кәрәгәсәк, беҙҙең ҡағыҙ аҡсаны әйләнештән алып,  электрон вариантын ғына ҡуллана башлаясағыбыҙ көн кеүек асыҡ, ти Лилиә.

– Һәр кем страховкалауҙы өйрәнеп, аңлы рәүештә быға килергә тейеш. Уның өсөн ошо өлкәләге тәжрибәле белгес менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ. Страховкалауға килеүсе һорауын да дөрөҫ итеп бирә алмаған осраҡтар була. Ә страховкалаған яҡшы агент, ошо хәлде аңлап, ярҙамға килергә, килешеү төҙөгәс тә, аҡса түләнергә тейешле  хәл килеп тыуып, уны алғансы клиенттың мәнфәғәтен күҙәтергә тейеш.  Кешене ышандырып,  ул алырға тейешле страховка аҡсаһын йомоп ҡалдырыу ҙур гонаһ тип һанайым. Ул бит үҙен ниндәйҙер осраҡтарҙан һаҡлау, ҡурсыу өсөн аҡсаһын һалған, тимәк, ошо яҡлауҙан файҙаланырға тейеш. Алдан һалған аҡса күләме кешенең ниндәй хәүефтән араланырға теләүенә ҡарап билдәләнә. Ә уның өсөн һәр нәмәне күҙ уңынан ысҡындырмай төпсөнөп белешергә кәрәк. Страховкалау компанияһы хаҡында фекер уның белгесенә ҡарап тыуа, – ти Лилиә Кәримова.

ОСАГО буйынса көн-төн тимәй, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында шылтырата алаһығыҙ, мин һәр ваҡыт һеҙҙең менән бәйләнештә, ти үҙенең клиенттарына Лилиә. Шуға күрә юл фажиғәһенә осраған ваҡытта иң тәүҙә Лилиәгә мөрәжәғәт итәләр.

Әле бына яҙғы ташҡын ваҡытында күп өйҙәр һыу аҫтында ҡалды. Хужалар мөлкәтен страховкалау түгел, хатта документтарын да  эшләмәгән булып сыҡты. Был осраҡта дәүләт ярҙамы алыу хаҡында һүҙ алып барыуы ла ҡыйын.

Лилиә Мөхәррәм ҡыҙы кеүек намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар күберәк булһын ине. Иң мөһиме – көтмәгәндә килгән бәлә-ҡаза йортобоҙҙо, үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы урап үтһен. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршылаған белгескә эшендә уңыштар, һаулыҡ, үҙе билдәләгән үрҙәргә өлгәшеүен теләйбеҙ.

Ирина Карташова фотолары.

Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!
Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!
Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!
Борсолмағыҙ, Лилиә һеҙгә ярҙам итер!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас