Йәмғиәт
14 Апрель 2025, 10:30

Булдыҡлы етәксе ауыл биләмәһенә яңы һулыш бирҙе

Фәнис Данъянов "Башҡортостан" гәзите ойошторған конкурста ҡатнаша.

Булдыҡлы етәксе ауыл биләмәһенә яңы һулыш бирҙеБулдыҡлы етәксе ауыл биләмәһенә яңы һулыш бирҙе
Булдыҡлы етәксе ауыл биләмәһенә яңы һулыш бирҙе

Фәнис Рәшит улы Данъянов Белорет районы Ишле ауыл биләмәһе башлығы булып 2012 йылдан эшләй. Ошо йылдарҙа үҙен маҡсатлы, юғары компетентлы, квалификациялы белгес, үҙ эшендә ҙур ҡеүәткә эйә булған яуаплы етәксе итеп күрһәтә. Һәр ваҡыт ҡуйылған маҡсатына өлгәшә, һөҙөмтәле эш алып бара. Бик яҡшы ойоштороу һәләтенә эйә, бөтә ауыл биләмәһенең эшен оҫта етәкләй. Алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итә белә. Был уңыштарға өлгәшеү Фәнис Рәшит улының шәхси тәртип, ғәҙеллек, аралашыу оҫталығы, намыҫлылыҡ, саялыҡ, үҙенә һәм кешеләргә юғары талаптар ҡуйыу, уларҙы сәмләнеп эшләргә дәртләндерә белеү, ауыр саҡта терәк-таяныс булыу кеүек сифаттарына бәйле. Күп көсөн социаль объектар төҙөү, инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеүгә бирә.

Фәнис Рәшит улын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйәнләү менән, Ишле ауыл биләмәһенең эше һиҙелерлек яҡшырған: уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған, төҙөлгән, төҙөкләндерелгән, ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмаларын ремонтланған.

Йыл һайын "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында әүҙем ҡатнашып, ауыл биләмәһендә күп эштәр башҡарыуға өлгәшкәндәр. 2018 йылда Олойылға ауылында электр бағаналарына капиталь ремонт эшләгәндәр. 2022 йылда Олойылға ауылында рус зыяраты биләмәһе кәртәһе яңыртҡандар. 2023 йылда Олойылға ауылында мосолман зыяраты ҡоймаһына капиталь ремонт эшләгәндәр. 2024 йылда Ишле ауылында ауыл биләмәһенән Бөйөк донъя һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәле урынлашҡан урындың ҡоймаһы яңыртыла.

Ишле ауыл биләмәһендә әүҙем йәшәүселәр һәм эшҡыуарҙар ярҙамында Ишле ауылында рус зыяраты төҙөкләндерелгән. Эшҡыуар А.З. Данъянова Ишле ауылында йәмәғәт үҙәге өсөн бина бүләк итә. Был эште халыҡ һәм әүҙемселәр Фәнис Рәшит улы менән берҙәм атҡарып сыға. Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү эше даими алып барыла, етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөлә. Ауыл биләмәһенең үҙенең тракторы бар, уны район хакимиәте 2023 йылда ауыл биләмәһе башлығы яҡшы эшләгәне өсөн биргән. 2024 йылда Ҡарағаййорт ауылында һыу үткәргесен ремонтлағандар. 2023 йылда объекттарҙы һәм күп ҡатлы йорттарҙы йылытыу системаһы өсөн  Олойылға ауылында яңы модулле газ ҡаҙанлығы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла. 2022 йылда Ишле ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Ул Ишле, Ялан, Ҡоҙашман ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. 2025 йылда ошондай уҡ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Олойылға ауылында ла асыу планлаштырыла.

Йыл һайын халыҡ менән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашалар. 2022 – 2023 йылдарҙа үткән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Олойылға ауылы муниципаль кимәлдә I урын яулап, 180 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Ә инде республика кимәлендә II урын яулап, өс миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була. 2023 йылда иһә Ишле ауылы ҡатнашып, муниципаль кимәлендә III урын ала, ә 2024 йылда II урынға сыға. 2024 йылда “Айыҡ ауыл” республика конкурсында бирелгән өс миллион һум аҡсаға Олойылға ауылында спорт майҙансығы төҙөйҙәр.

Фәнис Рәшит улы Олойылға ауылында йәштәр һәм балалар ҡоролтайы менән берҙәм эшләй. Йәштәр ҡоролтайының ир-егеттәре 2023 йылда Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә ауылға ингән ерҙә арт-объект урынлаштыра. Муниципаль кимәлдәге “Айыҡ ауыл” республика конкурсында отҡан аҡсаға эшләнә ул. Шул уҡ йылда “Мин Олойылғаны яратам” арт-объекты ҡуйыла.

Ауыл биләмәһендә төрлө саралар үткәрелә. 2023 йылда март айында Олойылға ауылында беренсе тапҡыр үҙенсәлекле “Бәйге” сараһы ойошторола. 2025 йылда уны тағы ла дауам итәләр. Шулай итеп, Фәнис Данъянов спортты, тарихты, башҡорт мәҙәниәтен берләштереүгә тос өлөш индерә.

2023 йылда дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Айрат улы Зарипов һәм район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡатнашлығында “Диалог” ойошторола. Тормошта һәм эштә уңыштарға өлгәшкән ике шәхес тә йәштәргә асыҡ өлгө булып тора. Шуға ла улар менән осрашыуға Белорет районы мәктәптәренән тәртибе һәм уҡыу һөҙөмтәләре менән проблемалары булған ауыр үҫмерҙәр саҡырылды.

2024 йылда Ҡоҙашман ауылында “Урал батыр тоҡомдары” этнофорумы сиктәрендә Ҡатай ырыуының 12-се йәштәр фестивале үткәрелә. Халыҡ башҡорт милли ярыштарында ла дәррәү ҡатнаша. 2021 йылда бөтә Ишле ауылы биләмәһенең “Шәжәрә” байрамы уҙғарыла. 2023 йылда – Ҡоҙашманда, 2024 йылда – Кәртәлелә, Ишле ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” ауылдаштар байрамы ойошторола. Йыл һайын Ишле ауылы биләмәһендә “Йәштәр көнө” үткәрелә. Ишле биләмәһендә үткәрелгән ярыштарында һәр ваҡыт Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйривара улы Сәғитов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы директоры Вилдан Хәлиҙәр улы Яруллин ҡатнаша.

Йыл һайын Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтары Рәүил Закиров иҫтәлегенә саңғы ярыштары үткәрелә. Фәнис Рәшит улы йәштәр менән спорт ярыштарына әүҙем йөрөй. Улар йыл һайын Сермән ауылында волейболда һәм быймала хоккей буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша. Бына инде өсөнсө йыл рәттән Манышты ауылында үткән ауыл биатлонында призлы урындар алыуға өлгәшәләр: 2023 йылда Әлфиә Сәғәҙәтова - I урын, 2025 йылда Русим Рәүилов III урынды яулай.

Махсус хәрби операция башланғандан алып ауыл халҡы менән ярҙам итеүгә әүҙем ҡушыла. Бик күп эш башҡарғандар – ауыл әүҙемселәре маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, ойоҡбаш һәм бейәләй бәйләй. 2024 йылдың февралендә Фәнис Рәшит улы махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәргә гуманитар ылауҙы үҙе оҙатып барҙы. Ватан һағында торған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ауыл хаҡимиәте утын менән ярҙам итә.

Йыл һайын ауыл биләмәһендә “Иң яҡшы Яңы йыл биҙәге” конкурсы үткәрелә. Ауыл башлығы хакимиәте конкурста ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшыра. Ишле ауыл биләмәһендә туризм әүҙем үҫешә. Шуға ла 2023 йылда ауыл биләмәһендә туризмды үҫтереү маҡсатында район ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар үткәрелә, унда Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы вәкилдәре ҡатнаша.

Фәнис Рәшит улы һәр ауылдың мәсьәләләрен яҡшы белә, хәл итә. Уға мөрәжәғәт иткән бер һорау ҙа иғтибарһыҙ, хәл ителмәй ҡалмаясағын ауыл халҡы яҡшы аңлай, шуға ла ышаналар һәм берҙәмлектә эшләйҙәр. Бөтә ыңғай үҙгәрештәр Фәнис Рәшит улының оҫта идара итеүе менән бәйләй. Әлбиттә, бының менән генә туҡталмаясаҡтар: алда күп пландар, яңы һынауҙар тора, уларҙы мотлаҡ бергәләп еңәсәктәр.

Фото сығанағы: Рәмилә МУСИНА һәм Ишле ауыл биләмәһе. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас