Йәмғиәт
14 Апрель 2025, 10:30

Радий Хәбиров саң ҡаға

Башҡортостанда юлдарҙағы 14 827 соҡор бөтөрөлдө. 

Радий Хәбиров саң ҡағаРадий Хәбиров саң ҡаға
Радий Хәбиров саң ҡаға

Башҡортостандың юл хеҙмәттәре төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге асфальт-бетон япмалы 15 113 саҡрым автомобиль юлын тикшерҙе (уларҙың дөйөм оҙонлоғоноң 79 проценты). Уларҙа 41 440 етешһеҙлек асыҡланған һәм һанлаштырылған, шуларҙың 14 827-һе бөтөрөлгән. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.

Үткән йылдарҙағы кеүек үк, асыҡланған бөтә етешһеҙлектәр юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың берҙәм системаһына (СКПДИ) индерелә. Был асыҡланған һәр етешһеҙлектең статусын күҙәтергә һәм уларҙы бөтөрөү ваҡытын контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла эш башланды.

“Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Денис Абрамов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһенән үткән федераль трассаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау күләме 8 144 квадрат метр тәшкил иткән. Эштәр тулыһынса М-7 “Волга”, Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлдарында һәм Өфөнө урап үткән Көнбайыш юлда тамамланған. 2 200 квадрат метрҙы тәртипкә килтерергә ҡалған.

Юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә 14 бригада һәм 29 берәмек техника йәлеп ителә. Ике асфальт-бетон заводы эшләй, өсөнсөһөн – М5 “Урал” трассаһында – 20 апрелдә сафҡа индерергә планлаштыралар. Шулай уҡ юл буйы һыҙатын сүп-сарҙан таҙартыу, юл билдәләрен ҡуйыу дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Транспорт министрлығына һәм муниципалитет етәкселәренә соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эште көсәйтергә ҡушты.

– Был эшкә энергия бирергә кәрәк. Әгәр соҡорҙар менән шөғөлләнмәһәк, улар тиҙ арала ҙур проблемаға әйләнә. Ә федераль трассаларҙа хәүеф менән янай, мин улар буйынса саң ҡағам, - тине Радий Хәбиров. – Бөтә юл хеҙмәттәре тырышлығын ошо темаға йүнәлтергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас