Йәмғиәт
16 Апрель 2025, 05:00

Нубайса! Святогор!

Сабыйҙарына ниндәй генә исемдәр ҡушмайҙар...

Нубайса! Святогор!Нубайса! Святогор!
Нубайса! Святогор!

Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр — София, Амелия, Эмилия, Әминә һәм Эва. Малайҙар араһында Әмир, Эмир, Марк, Тимур һәм Мирон. 

Һирәк исемдәргә килгәндә, малайҙар араһында - Юлай, Абдуссамад, Абдуррохман, Хәйдәрәли һәм Святогор,  ә яңы тыуған ҡыҙҙар араһында Катарина, Ариэлла, Мирра, Нубайса һәм Сөмбөл исемдәре осрай.

Исемең матур, кем ҡушҡан, тип әйтерлек исемдәр ҙә юҡ шикелле...

Ә һеҙ үҙегеҙҙең исемегеҙҙең нимә аңлатҡанын беләһегеҙме?

Автор фотоһы

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас