Йәмғиәт
16 Апрель 2025, 08:30

Йөкмәткеле һөйләшеү булды

Беҙ – милекселәр, беҙ – заказ биреүселәр...

Йөкмәткеле һөйләшеү булдыЙөкмәткеле һөйләшеү булды
Йөкмәткеле һөйләшеү булды

Бөгөн баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холл бинаһында "Управдом"  республика форумы үтте.

Эргә-тирәбеҙ таҙамы, йәшәгән йорттарыбыҙ тәртиптәме? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр көн тәртибенә сығарылды. "Башҡортостан Торлаҡ милекселәре ассоциацияһы" Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Павел Носков һөйләүенсә, күп фатирлы йорттарға ҡағылышлы һорауҙар бихисап. Беҙ – милекселәр, беҙ – заказ биреүселәр, шуның өсөн дә күп яуаплылыҡ беҙгә ҡағыла.

– Идара итеүсе компаниялар – беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ ғына, улар ҡайҙандыр күктән килеп төшмәгән, ә беҙҙең йорттарҙы тәртипкә килтереүсе хеҙмәткәрҙәр иһә тәүлек әйләнеһенә һәм аҙнаһына ете көн эшләй, – тине Павел Петрович. – Әлбиттә, яуаплылыҡ уларҙың иңендә лә ята. Ысынлап та, һорауҙар бихисап, киҫкен мәсьәләләр сығып тора, әммә уларҙы хәл итеү – һәммәбеҙҙең дә мөҡәддәс бурысы. Йәшәгән йортобоҙға төкөрөп ҡараһаҡ, унда бер ҡасан да тәртип булмаясаҡ.

Благовещен ҡалаһындағы "ТоргРесСтрой" идара итеү компанияһы директоры Дамир Латипов үҙҙәрендәге хәл-торош менән таныштырҙы.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Йөкмәткеле һөйләшеү булды
Йөкмәткеле һөйләшеү булды
Йөкмәткеле һөйләшеү булды
Йөкмәткеле һөйләшеү булды
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас