Ишембай районының Йәнырыҫ ауыл биләмәһенә биш ауыл ҡарай: Йәнырыҫ, Ҡыяуыҡ, Екатериновка, Михайловка, Яңы йорт. Ауыл биләмәһенең дөйөм майҙаны 9 мең гектарҙан артып китә, даими йәшәүселәр һаны 745 кеше тәшкил итә.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып Миңлейәр Маннанов 15 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Был осорҙа байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр булған. Мәҫәлән, Йәнырыҫ ауылында бағыусыларҙы йәлеп итеп яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килгән. Ошо уҡ ауылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә мемориаль комплекс төҙөлгән, Колхоз урамында юлға асфальт һалынған. “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһының ҡыйығы алмаштырылған, тәҙрәләр яңыртылған, һыу башняһы алмаштырылған. Ҡыяуыҡ ауылында Ҡыяуыҡ йылғаһы аша һалынған күпер ремонтланған. Йәнырыҫ һәм Яңы йорт ауылдарында зыярат профнастил менән уратылған. Ауылдарҙа ҡатын-көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн майҙансыҡтар булдырылған, урамдарға заманса яҡтыртҡыстар эленгән.
Һыу селтәрҙәрен яңыртыу ҙа иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, Колхоз урамында 200 метр оҙонлоғонда яңы торбалар һуҙылған. Йәнырыҫ мәҙәниәт йортона һыуүткәргестәр һалыу, Михайловка ауылында быуаны төҙөкләндереү һәм башҡа эштәр – былар барыһы ла ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Миңлейәр Рәүеф улы өсөн ваҡ проблемалар юҡ. Һәр эште ул еренә еткереп, тиҙ арала башҡарырға тырыша. Уның маҡсаты – ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең уңайлылылығын хәстәрләү һәм был йәһәттән һөҙөмтәләр ҙә ҙур.
Халыҡ та йәнтөйәген матурлауҙа әүҙем ҡатнаша. “Таҙа яр”, “Йәшел Башҡортостан” кеүек акциялар тирә-яҡты матурлауға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, былтыр, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы мәлендә 100-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған.
Халыҡ менән уртаҡ тел табып, бер төптән эшләгәнгә лә Йәнырыҫ яҡтаранда тормош ыңғайға бара, эштәре ырай.
Фото: ауыл хакимиәтенән.