Йәмғиәт
17 Апрель 2025, 04:00

Балтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән

Бәләкәстәргә Азалия һәм Амалия тип исем ҡушҡандар.

Балтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгәнБалтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән
Балтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән

Балтас районынан Ләйсән һәм Азамат Мөхәмәтйәновтар игеҙәк ҡыҙҙарға атай-әсәй булған. Был ғаиләлә тәүге сабыйҙар.

Игеҙәктәр араһынан иң тәүҙә Азалия донъяға килгән. Икенсеһе - Амалия. Әйткәндәй, быйыл район ЗАГС-ында бындай исемле бала теркәлмәгән. Ул «эшһөйәр» тигәнде аңлата.

«Игеҙәктәр буласағын белгәс, бик ҡыуандыҡ. Беҙҙең нәҫелдә игеҙәктәр бар ине, шуға көтөлгән хәл», — тип һөйләне яңы тыуған ҡыҙҙарҙың бәхетле атаһы.

Кескәйҙәр һау -сәләмәт, бәхетле булып үҫһен!

Сығанаҡ: "Яңылыҡтар- БЮТ" һы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас