Йәмғиәт
17 Апрель 2025, 06:00

"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"

Конкурсантыбыҙ - Стәрлетамаҡ районынан Рита Батыршина ниндәй тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлаша?

"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим""Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"

Мәғариф тармағы ҙур тәжрибә бирә: һәр быуын вәкилдәре менән дөрөҫ эш алып барырға өйрәнәһең, ти конкурсантыбыҙ – Стәрлетамаҡ районының Ашҡаҙар ауыл биләмәһе башлығы Рита Батыршина. Ул үҙе әлеге бурысын атҡарғанға тиклем белем биреү өлкәһендә хеҙмәт иткән.

Ошо райондың Яңы Федоровка ауылы ҡыҙы Ашҡаҙар урта мәктәбен тамамлай. Биш юғары белеме бар. Педагогик эшмәкәрлеген 1995 йылда башлай. Тәүҙә география уҡытыусыһы була, унан – Яңы Федоровка ауылының балалар баҡсаһы мөдире. Дөйөм алғанда, мәғариф тармағында егерме йыл хеҙмәт итә.

2015 йылдың сентябренән әлегә ҡәҙәр – Ашҡаҙар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы. Уның етәкселегендә башҡарылған эштәр бихисап. Мәҫәлән, йыл да тиерлек “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, еңеп киләләр. Һөҙөмтәлә янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ алынған, мәктәптең, китапхананың тәҙрәләре, балалар баҡсаһының ҡыйығы алмаштырылған, өс социаль объектты үҙ эсенә алған клуб бинаһына капиталь ремонт яһалған, “МТЗ-82” тракторы алынған, юлдарға асфальт һалынған, мосолман зыяратының кәртәһе яңыртылған һ.б.

– Был программала ҡатнашыуҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Ул муниципаль берәмектәге социаль йәһәттән ғәйәт мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирә, – ти Рита Тәлғәт ҡыҙы. – Беҙ шулай уҡ “Реаль эштәр” проектында әүҙем ҡатнашабыҙ. Ошо арҡала урындағы “Ҡайғылы әсә” һәйкәлен реконструкцияланыҡ, мемориаль таҡтаташтар ҡуйҙыҡ, “Ял” паркын рәтләнек, зыяраттың кәртәһен яңырттыҡ. Ғөмүмән, ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса даими эш алып барыла.

Рита Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, өлкән йәштәгеләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, шулай уҡ йәштәрҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

– Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәләләр юҡ. Барыһын да хәл итергә тырышабыҙ. Халыҡтан килгән бөтә мөрәжәғәттәр иғтибар үҙәгендә, ныҡлы контролдә. Биләмәләге һәр кешенең, ғаиләнең именлеген һаҡлау, уңайлы тормош мөмкинлектәре булдырыу – илебеҙҙең тотороҡло үҫеш нигеҙе икәнен аңлап, тырышып эшләйбеҙ, – ти ауыл хакимиәте башлығы.

Рита Тәлғәт ҡыҙының ғаиләһе лә өлгөлө. Ире менән ике ул үҫтергәндәр. Үҙе һаман да белемен камиллаштыра, һөнәри квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бүлә. “Кеше ғүмер буйы уҡырға, үҫешкә ынтылырға тейеш”, – ти ул.

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар Р. Батыршинаның шәхси архивынан.   

"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
"Беҙҙең эштә ваҡ мәсьәлә юҡ, барыһы ла мөһим"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас