+30 °С
Болотло
Кисә Әбйәлил районы муниципаль район Советы депутаттарының сираттан тыш ултырышы уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы. Яңы башлыҡ һайланғанға тиклем муниципалитетты хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов етәкләйәсәк.
Ошо көндәрҙә Бөрө ҡала башлығы, уның артынса Бәләбәй хакимиәте етәксеһе лә эштән киткән ине.
Фото: "Осҡон" гәзите