

Бөгөн, 17 апрелдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә йәшәгән милли диаспора вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибендә - диаспоралар менән һөҙөмтәле үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороу, сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыу мәсьәләләре.
Рәсәй Президенты Владимир Путин йыл аҙағына тиклем миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушты, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәттең һәм халыҡтың именлеге, Рәсәй мәҙәни үҙенсәлеген, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлау буласаҡ.
- Беҙ республикала диаспоралар һәм мигранттар менән ошо өлкә өсөн яуаплы ведомстволар линияһы буйынса системалы эш алып барабыҙ. Шул уҡ ваҡытта һорауҙар кәмемәй. Киреһенсә, уларҙың һаны сит ил граждандары һаны артҡан һайын арта бара. Беренсенән, Башҡортостан - ғәҙәттәгесә күп милләтле төбәк. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә 150-нән ашыу халыҡ вәкиле йәшәй. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар, удмурттар, мордвалар һәм башҡалар быуаттар буйына бында татыу ғүмер тә. Һәм беҙ был дуҫлыҡты, шулай уҡ боронғо тарихыбыҙҙы, үҙенсәлекле күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Икенсенән, беҙ - ҡеүәтле иҡтисады, үҫешкән социаль өлкәһе, төҙөк ҡалалары һәм ауылдары булған бай һәм уңышлы Рәсәй төбәге. Күп күрһәткестәр буйынса беҙ – илдә лидерҙар, һәм бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Өсөнсөнән, беҙҙә башҡа халыҡтарға, уларҙың мәҙәниәтенә һәм йолаларына хөрмәт менән ҡараған эшһөйәр һәм ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Шуны билдәләп үтәм: беҙ үҙебеҙҙең күп милләтле йортобоҙға мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе хөрмәт иткән һәр кемде индерергә әҙер, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, 2024 йылда, Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә 84 963 сит ил гражданы иҫәптә торған, уларҙың күпселеге – Урта Азия илдәренән. Шул уҡ ваҡытта мигранттар яғынан енәйәтселек мәсьәләһе киҫкен булып ҡала, был төбәк халҡының килмешәктәргә ҡарата кире мөнәсәбәтен һәм йәмәғәт көсөргәнешлеген тыуҙыра.
- Мин миграция сәйәсәтенә ҡарашымды бер нисә тапҡыр асыҡтан-асыҡ белдерҙем. Республика иҡтисады әүҙем үҫешә, һәм беҙгә башҡа илдәрҙән хеҙмәт ресурстары кәрәк. Беҙ быны таныйбыҙ. Был ғәҙәти практика һәм, дөйөм алғанда, яҡшы күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта закондарыбыҙҙы үтәргә, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итергә тейешле мигранттарҙы мәҙәни йәһәттән яраҡлаштырыу буйынса системалы эш алып барырға ниәтләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа диаспора вәкилдәре республика яғынан бөтә мәсьәләләр буйынса ярҙамды юғары баһаланы һәм Башҡортостанға килгән мигранттар менән уларҙың социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуы, Рәсәй йәмғиәтендә ҡабул ителгән нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү йәһәтенән һөҙөмтәле эш ойошторорға әҙер булыуҙарын белдерҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә төбәк Хөкүмәте менән берлектә Мигранттарҙы яраҡлаштырыу үҙәген булдырыу буйынса тәҡдимде өйрәнергә ҡушты.
Диаспораларҙан күп һорауҙар сит ил кешеләрен иҫәпкә ҡуйыу, күп функциялы миграция үҙәге һәм дөйөм алғанда миграция хеҙмәттәре эше менән бәйле ине. Республика Башлығы Башҡортостанда законлы эшләргә ниәтләгәндәр өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн профилле ведомстволар менән хәлде тикшерергә ҡушты.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡуйылған бурыстарҙы сағылдырған протокол төҙөләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы май айында республиканың ҙур предприятиелары етәкселәре менән киңәйтелгән кәңәшмә үткәрергә ниәтләүен хәбәр итте.
Фото: glavarb.ru