

Башҡортостан йәштәрен йылдың төп проект майҙансығына – «Уңышҡа үҙ юлың» республика фестиваленә саҡыралар.
Фестиваль 5-7 майҙа Патриот паркында уҙа. Фестивалдә республиканан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
Сара үҙ эсенә бер нисә тематик йүнәлеште аласаҡ:
- 14 -17 йәштәрҙәге әүҙем мәктәп уҡыусыларын «Һин булдырған урын» («Территория роста») республика балалар һәм йәштәр форумына саҡыралар;
-18 - 35 йәшлек йәштәрҙе йыл һайын үткәрелеүсе «Смарт-Тау» республика проект форумында көтәләр.
Майҙансыҡтарҙа түбәндәге һылтанма буйынса теркәлеү мөмкинлеге бар: https://clck.ru/3LUZF8
Тематик форумдарҙан тыш, фестивалдә «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» ойошмаһы проекттарында ҡатнашыусыларҙың слеты, шулай уҡ республиканың төрлө ойошмалары һәм хәрәкәттәре ултырыштары үтәсәк.
Фестивалде ойоштороусы - йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото: kulturarb.ru