Йәмғиәт
17 Апрель 2025, 15:30

Яңы проекттар хупланды

Бөгөн, 17 апрелдә, Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Яңы проекттар хупландыЯңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды

Бөгөн, 17 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте»форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәттә, туризмда һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.

Йылылыҡ-энергетика ҡорамалдары етештереүҙе киңәйтеү проектын Туймазы районынан «ЛЮТЭКС» компанияһының башҡарма директоры Артур Лотфуллин тәҡдим итте. Инвестор майҙаны 30 мең квадрат метрлыҡ яңы технологик комплекс төҙөүгә 700 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Бының өсөн Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы булышлығында муниципалитет биләмәһендә ер участкаһы һайланды. Яңы производствола төрлө объекттар өсөн сәнәғәт ҡаҙандары һәм газ яндырыу ҡоролмалары сығарыласаҡ. Был 75 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Комплексты 2026 йылда төҙөй башлаясаҡтар, ә файҙаланыуға тапшырыу 2028 йылға билдәләнгән.

«НОВО-Групп» компанияһы директоры урынбаҫары, махсус хәрби операция ветераны Антон Теплов Архангел районында «Инйәр платоһы» ял базаһын төҙөү проектын тәҡдим итте. Инвестор республиканың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында рекреацион объекттарҙы урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ һайлаған да инде. Унда торлаҡ модулдәр, кафе-ресторан бинаһы, һауыҡтырыу блоктары төҙөү, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү зоналарын йыһазландырыу, экоһуҡмаҡтар һалыу планлаштырыла. Был ғаилә ялын ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдырырға, шул иҫәптән МХО ҡатнашыусыларын һәм ветерандарын реабилитациялауға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе. Архангел районы хакимиәте шулай уҡ ял базаһын урынлаштырыу өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Өфө районының Алексеевка ауылында спорт-һауыҡтырыу комплексын төҙөү проекты тураһында «Синергия Плюс» компанияһы вәкиле Венера Әминева һөйләне, Өфө районының Михайловка ауылында сауҙа комплексын төҙөү пландары тураһында «Энергия» компанияһы вәкиле Ренат Ғәлиуллин әйтеп үтте. Белоретта апарт-отель төҙөү пландары тураһында «Вечный зов» компанияһы идарасыһы Рөстәм Хажиев һөйләне. Яңы 12 ҡатлы бинала 190 номер, ресторан, конференц-зона һәм СПА-салон урынлашасаҡ. Ҡунаҡхананың һыйҙырышлығы 400 кеше тәшкил итә. Ярҙам саралары сифатында проект өҫтөнлөклө статус алды. Инвесторға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә лә ярҙам күрһәтеләсәк.

Фото: glavarb.ru

 

 

Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас