Йәмғиәт
18 Апрель 2025, 10:00

Ейәнсуралар тырыш һәм уңған

Нурғәле Хажиғәле улы – Ейәнсура районының Абҙан ауыл биләмәһе башлығы.

Ейәнсуралар тырыш һәм уңғанЕйәнсуралар тырыш һәм уңған
Ейәнсуралар тырыш һәм уңған

Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған конкурста Нурғәле Бикбулатов та ҡатнаша. Нурғәле Хажиғәле улы Ейәнсура районының Абҙан ауыл биләмәһе башлығы.

– Абҙан ауыл биләмәһенә Абҙан, Әлебай, Башҡорт Самаҙыһы, Этҡол, Мөхәмәтйән, Ныяҙғол һәм Юлдыбай ауылдары ҡарай, – тип һөйләй Нурғәле Бикбулатов. – Беҙҙәге уңған да, егәрле лә, эшһөйәр ҙә кешеләргә барыһы ла хайран ҡала. Бында йорттар ҙа төҙөк, ихаталар ҙа яңыртылған, һәр өйҙә тиерлек ҡура тулы мал, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны юҡ, бер нисә баҡса тотоусылар бихисап, ҡыҫҡаһы, халыҡ етеш тормошта йәшәй.

Нурғәле Хажиғәле улы әйтеүенсә, махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү – иң мөһим бурыстарҙың береһе. Был тәңгәлдә ейәнсуралар үҙҙәре әүҙем һәм инициативалы.

Фото: Илдар Аҡъюлов. 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас