

Күгәрсен районының Сөмбөл Хафизова етәкселек иткән Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү учреждениеһының “Веретенце” фольклор ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Балалар ижады үҙәге педагогы Елена Спирина) Бөтә Рәсәй хор һәм вокал коллективтары конкурсының республика этабында 1-се урынды алды.
Конкурсты ойоштороусы – Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы.
Мораҡ балалар фольклор ансамблен артабан “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә ошо конкурстың йомғаҡлау этабына саҡырҙылар. Унда илдең 30 төбәгенән бер мең баланы берләштергән 53 команда ҡатнашты. Был сараға ҙур әҙерлек менән барған һәм уңышлы сығыш яһаған “Веретенце” һөҙөмтәләрҙе иғлан итеүҙе түҙемһеҙлек һәм тулҡынланыу менән көттө. Юҡҡа ғына булмаған: Күгәрсен районын һәм Башҡортостанды лайыҡлы күрһәткән ансамбль “Музыкаль калейдоскоп” номинацияһының кескәй йәштәгеләр (7 – 12 йәшлек уҡыусылар) төркөмөндә почетлы 3-сө урынды алды.
Йәш таланттарға яңы ҡаҙаныштар һәм юғары үрҙәр яулауҙы теләйбеҙ!
Фото: Мораҡ балалар ижады үҙәге.