Йәмғиәт
20 Апрель 2025, 16:05

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле

Көсөргәнешле бәйге ун көн дауам итте, конкурсанттарға еңелдән булманы... Хөрмәтле, ҡыйыу йөрәкле конкурсанттарыбыҙ, һеҙҙе Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Беҙҙең гәзиттең тормошонда әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле

Иртәгә – 21 апрелдә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “ИҢ ЯҠШЫ АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ БАШЛЫҒЫ” конкурсын ойошторҙо. Унда республикабыҙҙың 22 районынан иң уңған, әүҙем, егәрле ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары ун көн дауамында көрәште.

10 апрелдән 20 апрелгә тиклем барған конкурс беҙҙең ауыл биләмәһе башлыҡтарының ни тиклем тырыш, маҡсатлы һәм көслө булыуын күрһәтте.

Бөгөн, 20 апрелдә, 21.00 сәғәттә иң күп тауыш йыйған һәм лайыҡлы еңеүгә өлгәшкән өс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы асыҡланды. Һөҙөмтәләрҙе ошонда инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67f7d8bc95b685665f9a70f6 

Шулай итеп, Бөрйән районының Ырғыҙлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илвир Миңлеғәле улы Сәйфуллин – I,

Дүртөйлө районының Мәскәү ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динар Заһит улы Хөснөтдинов – II,

Саҡмағош районының Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһөйәр Фәүҡәт ҡыҙы Ғарифуллина III урын яуланы. 

Конкурстың тәүге көнөнән үк алдынғылар рәтендә барған Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлшат Ришат ҡыҙы Богданова “Лидер” номинацияһында еңеүсе тип табылды һәм ул махсус бүләк менән бүләкләнә.

Ә инде беренсе урынды яулаған конкурсантты иң ҙур приз көтә – Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһына юллама,

икенсе урынға сығыусы – Белорет районындағы “Иҙел башы” ял базаһына,

өсөнсө урынды алыусы Архангел районындағы “Зеркальное” глэмпингына турҙар менән бүләкләнә. Еңеүселәрҙең һәр береһе хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, уларға милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле, ҡыйыу йөрәкле конкурсанттарыбыҙ, һеҙҙе Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Беҙҙең гәзиттең тормошонда әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.

Фото: конкурста ҡатнашыусыларҙың ғаилә архивынан.

“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас