Йәмғиәт
21 Апрель 2025, 11:55

Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Республика һәм баш ҡалабыҙ матурлана. 

Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәкБыйыл 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

21 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышын тикшерҙеләр. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға 94 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Башҡа программалар сиктәрендә тағы ла 70 объектты тәртипкә килтерергә планлаштырабыҙ, – тип өҫтәне министр.Бөтәһе 164 йәмәғәт биләмәһен үҙгәртәбеҙ.

Бынан тыш, 2019 йылдан Башҡортостан "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары" бөтә Рәсәй конкурсында әүҙем ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә 34 проект еңеүсе булды, шуларҙың 27-һе тормошҡа ашырылған да инде. Был күрһәткес буйынса республика ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй. Был маҡсатҡа бөтәһе 5,5 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 3 миллиард һумы тиерлек – федераль бюджет аҡсаһы.

– 2025 йылда 2023 йылда еңгән проекттарҙы тамамлайбыҙ. Был – Баймаҡта “Ирекле яр” һәм Ишембай районының Верхотор ауылында "Верхотор – заман театры", – тине Ирина Голованова. – Шулай уҡ Бәләбәйҙән, Благовещендан, Нефтекаманан, Салауаттан һәм Учалынан 2024 йылда еңеүсе тағы ла биш проектты тормошҡа ашыра башлайбыҙ.

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарға федераль конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.

– Бәләбәй конкурста өсөнсө тапҡыр еңеү яулай. Башлыҡтар был мәсьәлә менән әүҙем шөғөлләнгән урындарҙа ҡалалар үҙгәрә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Муниципалитеттарға үҙҙәрен әүҙемерәк күрһәтергә кәрәк – был мөһим йүнәлеш.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеү тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 2025 йылда Коммунистик урамындағы “Өфө йүкәләре” скверын, Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы, “Гастелло” паркын төҙөкләндерәсәктәр, ә Ферин һәм Сельская Богородская урамдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең  100 йыллығы хөрмәтенә электр таяуҙарына байрам иллюминацияһы ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ Октябрь революцияһы урамын реконструкциялауҙы дауам итеү, Театр урамын үҙгәртеп ҡороу, Дим һәм Затон яғына велосипед юлдары төҙөү планлаштырыла.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас