

22 апрелдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “2024 йылда Башҡортостан Республикаһындағы гражданлыҡ йәмғиәтенең торошо” тип аталған матбуғат-конференцияһы үткәрә. Ул шундай исемле докладҡа арнала.
Документта гражданлыҡ йәмғиәтенең былтырғы үҫешенең көнүҙәк тенденциялары теркәлгән һәм анализланған. Унда Йәмәғәт палатаһының һәр комиссияһының эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау, 2025 йылға перспективалы йүнәлештәр, муниципаль йәмәғәт палаталарының иң яҡшы ғәмәлдәре, республика башҡарма власть органдары ҡарамағындағы йәмәғәтселек советтарының, коммерцияға ҡарамаған берекмәләрҙең эшмәкәрлеге күрһәтелгән.
Докладтың айырым бүлеге гражданлыҡ йәмғиәтенең Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам буйынса индергән өлөшөнә бағышланған.
Сараның спикеры – БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.