Йәмғиәт
21 Апрель 2025, 11:25

Нотариаттың эшмәкәрлеге үҙгәрә

Бөгөн Федераль нотариат палатаһы “Нотариат 2025: ҡаҙаныштар һәм үҫеш пландары” тип аталған матбуғат конференцияһы үткәрҙе, ул 26 апрелдә биләдәнәсәк Нотариат көнөнә арналды.

Нотариаттың эшмәкәрлеге үҙгәрәНотариаттың эшмәкәрлеге үҙгәрә
Нотариаттың эшмәкәрлеге үҙгәрә

Былтырғы йыл Рәсәй нотариаты үҫеше өсөн яҡшы күрһәткестәр бирҙе. Тиҫтә йыл барған әүҙем реформалар һөҙөмтәһендә нотариаль эшмәкәрлек тамырынан үҙгәрҙе.

Ҡануниәттәге киң масштаблы яңылыҡтар нотариат ҡаҙаныштарын анализлағанда ла үҙ кәүҙәләнешен тапты – был яңы компетенцияларға ла, социаль яуаплылыҡ өлкәһенә лә ҡағыла, шул иҫәптән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә лә. Нотариаттың ғәмәлдәге системаһының йоғонтоло булыуын социаль һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр ҙә дәлилләй.

“Былтыр нотариат башҡарған эштәр һаны 43,8 миллион тәшкил итте, йәғни алдағы йыл менән сағыштырғанда дүрт процентҡа артты, – тине Федераль нотариаль палата президенты Константин Корсик. – Был үҫештең яртыһының Рәсәйҙең яңы төбәктәре иҫәбенә тура килеүе шатлыҡлы хәл – тимәк, махсус хәрби операция барышы халыҡ өсөн үтә кәрәкле булған был юридик хеҙмәтләндереүгә ҡамасаулай алмай”.

Федераль нотариаль палата етәксеһе махсус хәрби операция башланған көндән алып унда ҡатнашыусыларға мөлкәт буйынса ниндәй ташламалар яһалыуы, финанс ярҙамы алыуҙы раҫлау тураһында ла һөйләне.

Конференцияла Константин Корсик, Федераль палатаның вице-президенты Светлана Зылевич һәм Палатаның идара ағзаһы Александра Игнатенко күп һандағы һорауҙарға яуап бирҙе.

Фото: Федераль нотариаль палатаһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас