Йәмғиәт
21 Апрель 2025, 16:25

"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы

Профессионалдар фекер алышты

"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы

Уҙған ялдарҙа Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкәләтлегендә "Йәшмә" белем биреү форумы уҙғарылды. Ул төрлө өлкә белгестәрен берләштерҙе. Сара тәжрибә уртаҡлашыу, илһам алыу һәм яңы һөнәри бәйләнештәр булдырыу майҙанына әйләнде. Форумда эшҡыуарҙар, йәштәр лидерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм спортсылар ҡатнашты. Улар үҙ эшенең оҫталарынан һабаҡ алыу мөмкинлегенә иреште.

"Йәшмә" йәш таланттарҙы үҫтереү, уларға ярҙам итеү, тармаҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн ойошторолдо.

Сараның атамаһы ла символик мәғәнәгә эйә: Уралда табылған йәшмә көс, күп төрлөлөк һәм берҙәмлекте һынландыра. Был сығыштарҙың темаһында ла сағылыш тапты: экологиянан медиаға, инвестицияларҙан спорт менеджментына тиклемге бихисап һорау ҡаралды.

Форумда бизнес, сәйәсәт, медиа һәм спорт өлкәһенең сағыу вакилдәре сығыш яһаны, мәҫәлән, "Мосприрода" ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин экологик белемдә, тәбиғәт ресурстары менән файҙаланыуҙа заманса алымдар, "Рәсәй" телеканалы һәм "Рәсәй-Мәҙәниәт" каналы тапшырыуҙары продюсеры уңышлы медиаконтент, легендар спортсы,  биатлон буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы Светлана Ишморатова уңышҡа юл, үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тәртип, шулай уҡ спорт принциптарын идара итеү практикаларына индереү тураһында һөйләне.

"Йәшмә" тәжрибә менән уртаҡлашырға, проекттарҙы үҫтереүгә, тыуған яғын федераль кимәлдә танытырға ынтылған профессионалдар берлеге булдырыуҙә мөһим аҙым булды.

Форум БР Башлығының Гранттар фонды иҫәбенә ойошторолдо.

Илдан Хөснөтдинов.

Фатима Хәбиәхмәтова фотолары.

 

"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
"Йәшмә" йәштәрҙе йыйҙы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас