

Эльмира Юлдашева - өс бала әсәһе. Өлкәндәре – Нурислам менән Нуриҙә, игеҙәктәр. Уларға быйыл – 23, ә кинйә Динисламға 17 йәш тула. Күптәрҙең яратҡан артисы ҡәйнә статусын 46 йәшендә алған.
"Ай ҡыҙы" йондоҙо әле игеҙәктәрҙең һыңары – ҡыҙы Нуриҙәне башлы-күҙле итеү шатлығын кисерә. Ҡыҙ буласаҡ ғүмер юлдашы менән Мәскәүҙә танышҡан, кейәү балаҡай – Амур өлкәһендәге Благовещенск ҡалаһынан. Йәштәр илебеҙҙең баш ҡалаһында эшләй һәм йәшәй.
– Музыка тыңлай-тыңлай, йәштәребеҙҙе ҡаршы алырға әҙерләнеп йөрөгәндә бер йыр яңғыраны, бала тураһында ине ул. Ул шул ҡәҙәре күңелемә үтте, ултырып алып рәхәтләнеп балауыҙ һыҡтым... Ҡыҙым әле генә бәләкәй төҫлө ине, инде үҙе ғаилә ҡорор йәшкә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, баҡһаң, – тип кисерештәренә күмелә Эльмира Юлдашева. – Шулай, үҙебеҙҙе һаман да йәш тип тойоп йөрөһәк тә, тормош дауам итә, балалар үҫә, үҙҙәренең ишен таба, ғаилә ҡора һәм үҙаллы тормош көтә башлай. Бына минең дә ғүмерҙә яңы бер бүлек башланып тора. Балалар һау, бәхетле булһын, тормоштан уңһын, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәһен, бәхетле өләсәй ҙә итһен, тип теләйем. Һәм, әлбиттә, атай-әсәйҙәрен, тыуған яҡтарын онотмауҙарын да, - шулай тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты "Ай ҡыҙы".
Беҙ ҙә йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бәхеткә тулы, татыу оҙон ғүмер теләйбеҙ!