Йәмғиәт
23 Апрель 2025, 15:30

Илһөйә Бәҙретдинова ла булған

Күңелле осрашыуҙар яҡшы кәйеф тыуҙырыуға тағы ла бер сәбәп.

Илһөйә Бәҙретдинова ла булғанИлһөйә Бәҙретдинова ла булған
Илһөйә Бәҙретдинова ла булған

Яҙғы миҙгелдә гөрләп өмәләр уҙыу менән бергә тәбиғәт тә күҙгә күренеп йәшәрә, тирә-яҡ йәмләнә, кәйеф күтәрелә. Балтас районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре лә ҙур теләк менән өмәгә сыҡты.

Биләмәне йыйыштырыу, тәртипкә килтереү бер ҙур эш булһа, саф һауала булыу, күңелле осрашыуҙар яҡшы кәйеф тыуҙырыуға тағы бер сәбәп булды. Өмәлә күптәрҙең яратҡан  йырсыһы Илсөя Бәҙретдинованың  ҡатнашыуы үҙе бер иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. Йырсы ла башҡалар менән бергә биләмәне сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартты. Һәр кем яҡшы кәйеф һәм ҡәнәғәтлек менән өйҙәренә таралышты.

Фото: ”Балтач таңнары” сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас