

Заманында уны бик дан егет булған тиҙәр. Оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, өҫтәүенә спортсы. Үҙенә күҙ һалған, оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙар ҙа байтаҡ булған. Ә Мансурҙың йөрәгендә тик бер генә кеше – аҡ ҡына йөҙлө, етендәй һарғылт сәсле, үҙе һипкелле, үҙе һөйкөмлө Сәлимә. Ул йылмайғанда күҙҙәре генә түгел, ана шул һипкелдәре лә балҡып китә төҫлө.
Улар бер урамда уйнап үҫте, бергә мәктәпкә йөрөнө. Үҙенән бер йәшкә кесерәк Сәлимәне Мансур ыжғыр бурандарҙа ла, яҙғы ташҡын мәлендә лә, көҙгө яуын-сәсендә лә һаҡлап-яҡлап ҡына йөрөргә тырышты. Өс саҡрымдағы күрше ауылға йөрөп уҡынылар, сөнки улар тыуып үҫкән алтмыш өйлө ауылда мәктәп юҡ ине. Бер аҙ үҫеп, танауҙарына еҫ инә башлағас, бергәләп киске уйындарға сыға башланылар. “Сыға башланылар” тип әйтеү артығыраҡтыр, сөнки ғаиләләге иң төпсөк бала Сәлимәне олоғайып барған атай-әсәһе эргәләренән һис тә ебәргеһе килмәй ине. Ҡыҙыҡай киске уйынға ла әсәһенән инәлеп-ялбарып һорап, мотлаҡ шул сәғәткә ҡайтып етергә һүҙ биреп кенә сыға ала. Етмәһә, клуб та күрше ауылда, йәйгеһен тура юлдан, тал-тирәк менән уратып алынған туғай аша йөрөһәләр ҙә, ике саҡрым самаһы. Мансур менән бергә барып, бергә ҡайтырын белгәнгә генә ризалаша әсәһе. Унда ла ҡырҡ төрлө кәңәшен биреп, ҡыҙын ҡырҡ урындан тыйып, ишектән сығып киткәнсе “имен генә йөрөп ҡайт инде, ҡош-ҡортҡа осрап ҡуймағыҙ, эй Хоҙайым, яман уйлы әҙәмдәрҙән йыраҡ ит”, тип теләп ҡала.
Ә Сәлимәгә Мансур янында рәхәт, ышаныслы, ул эргәһендә булғанда бер нимәнән дә ҡурҡмай. Дөрөҫөн әйткәндә, Мансур уға ағаһы һымаҡ, тик һуңғы осорҙа егеттең оҙаҡ итеп текләп ҡарауы, ҡайһы бер ҡыланыштары һағайта ҡыҙҙы. Теге юлы ла клубтан ҡайтышлай һиҙҙермәй генә ҡулынан етәкләп алғас, ҡыҙ шул тиклем уңайһыҙланды, ахырҙа ҡулын егеттең усынан ипләп кенә тартып алды.
Мансур урта мәктәпте тамамлап, физкультура уҡытыусылары әҙерләгән техникумға уҡырға инде. Киләһе йыл яҙға уға әрме сафына саҡырыу килде һәм егет, имтихандарын алдан тапшырып, беренсе курсты тамамлап, ауылға ҡайтып төштө. Июнь айының йәмле кисендә ул ауыл йәштәрен, класташтарын йыйып, хушлашыу кисәһе үткәрҙе. Мансур һәр бейеүгә Сәлимәне генә саҡырҙы. Бер бейеү мәлендә “әйтер һүҙем бар” тип, урамға саҡырҙы.
Улар емеш баҡсаһында Мансур үҙ ҡулы менән яһап ҡуйған эскәмйәгә ултырҙы. Йәйге төн шундай йылы, июнь башы тип әйтмәҫһең дә. Йәштәр башта шым ғына ултырҙы. Бер мәл егет ҡыҙҙы яурынынан ипләп кенә ҡосаҡлап, үҙенә яҡынайтты ла, күҙенә ҡарап:
– Сәлимә, һин мине көтөрһөңмө? – тип һораны.
Бындай һорауҙан да, егеттең ҡыланышынан да ҡыҙ баҙап ҡалды, шулай ҙа тиҙ генә ситкәрәк шылды һәм ҡабаланып:
– Мансур, мин һиңә хат яҙып торормон йәме, – тип яуапланы ла, ҡапыл тороп, өйгә табан атланы. Егеткә уның артынан йәштәштәре гөрләшкән йортона инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Һуңғы осорҙа ҡыҙҙың уның менән ара һаҡларға тырышыуын, тартыныуын һиҙә ине егет, шулай ҙа һыр бирмәне.
Мансур Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләкте. Был уның бала саҡ хыялы ине. Ошо хаҡта белеү менән ҡыуанысынан үҙ алдына йылмайып, алда торған хәрби хеҙмәт көндәрен, күнекмәләрҙе күҙ алдына килтереп, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Шатлығын уртаҡлашып, шунда уҡ атай-әсәйенә һәм Сәлимәгә хат яҙып һалды. Ҡыҙҙан да яуап оҙаҡ көттөрмәне. Шулай итеп, ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләне.
Бер йыл үтеүгә Сәлимә мәктәпте тамамлап, педагогия институтына уҡырға инде. Беренсе курстың көҙөндә күрше районға сөгөлдөр, картуф алышырға барғанда ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән ваҡиға булды. Уларҙы ауыл кешеләренә бүлеп фатирға индергәйнеләр. Сәлимә Алһыу исемле ҡыҙ менән бер яңғыҙ әбейгә өйҙәш булып инде. Күрше район ҡыҙы Алһыу ялға ҡайып киткән бер аҙнала Сәлимәне урланылар. Эйе, эйе, был төбәктә “ҡыҙ урлау” тигән йола һаман да бар имеш һәм был эште тап уларҙы фатирға индергән әбекәй ойошторған. Был көтөлмәгән хәлдән дә, ҡырағай йоланан да шаңҡырп ҡалған ҡыҙ нимә әйтергә лә белмәне. Уныңғансы уны урлап алып килгән йортҡа егеттең туғандары йыйыла башланы, мулла килеп етте. Ҡыҙ матур итеп аңлатып та, илап та, һыҡтап та әйтеп ҡараны, әммә тегеләр уны үҙҙәренсә юхалап, өгөтләп, егет янына ултыртып, никах уҡып ҡуйҙылар. Ҡыҙҙарының яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән хәл тураһында хәбәр алғас, ата-әсәһе килеп етте. Әммә оло йәштәге әбей менән бабай күҙенә йәш алып: “Яҙмышың ошолор инде, балам. Ауылда һинең урланып кейәүгә сығыуыңды барыһы ла белә, беҙ бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Риза булып йәшәргә тырыш, ошонда таштай-ҡомдай бат”, – тип әйтеүҙән ары уҙманы һәм ике көн ҡунаҡ булып, ҡайтып киттеләр.
Дауамы иртәгә буласаҡ.
Нәсих Хәлисов фотоһы.