

Башҡортостанда “Беҙҙекеләрҙе бел” брендына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү 15 майға саҡлы оҙайтылды.
Конкурста етештереүҙең кәмендә 30 проценты республикала булған һәм һатыуы тотороҡло үҫешә барған б әләкәй һәм урта эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Бәйгенең төп йүнәлештәре: аҙыҡ-түлек, креатив, юғары техгологиялар. Шулай уҡ махсус номинациялар ҙа ҡаралған.
Еңеүселәр маркетплейстарҙа һәм сауҙа селтәрендә үҙҙәрен танытыуҙа ярҙам аласаҡ, өйрәтеү программаларында ҡатнашасаҡ һәм эксперттарҙан кәңәштәр биреләсәк, сараларҙа бушлай ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ һәм грант ярҙамы аласаҡ.
Клнкурс “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумы сиктәрендә уҙғарыла. Иң яҡшы идеялар был форумдың Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк йомғаҡлау сараһында ҡараласаҡ.
Фото: “Беҙҙекеләрҙе бел” конкурсы сайтынан.