Йәмғиәт
24 Апрель 2025, 04:30

Өс үҫмерҙе ялсы итеп тотҡандар

Юлда белмәгән кешенең машинаһына ултырмағыҙ. Аҙағы хәүефле тамамланыуы мөмкин...

Өс үҫмерҙе ялсы итеп тотҡандарӨс үҫмерҙе ялсы итеп тотҡандар
Өс үҫмерҙе ялсы итеп тотҡандар

Ҡырмыҫҡалы районынан 16 һәм 17 йәшлек өс үҫмер Өфөгә барырға сыға һәм юлда "попуткаға" ултыра. Водитель үҙен Али тип таныштыра (ул Артур исемле 21 йәшлек егет була). Ул үҫмерҙәргә бер аҙ аҡса эшләргә теләктәре юҡмы икәнлеген белешә һәм йәштәрҙән ыңғай яуап алғас, уларҙы Өфөлә бер нисә аҙна бушлай эшләтә. Үҫмерҙәр ҡайҙа килеп юлыҡҡандарын аңлағас, нисек тә ҡасырға тырыша. Төндә Артурҙың дуҫына шылтыратып, уларҙы ауылдарына илтеп ҡуйыуҙарын үтенә. Әммә ярҙам һорау улар өсөн "ҡыйбатҡа" төшә. Артур үҫмерҙәрҙе кешене төндә борсоғандары өсөн "тәрбиәләй", уның әшнәләре Жасурбек менән Асадбек уларҙан 100 мең һум аҡса талап итә, урманға алып барып, аяҡтарын һындырыу менән янай. Үҙ ғүмерҙәре, һаулыҡтары өсөн ҡурҡҡан үҫмерҙәрҙең береһе айфонын ломбардҡа һала, аҡсаны талаусыларға бирә. Уларҙы тағы бушлай эшләргә мәжбүр итәләр. Шулай ҙа үҫмерҙәр ҡаса һәм полицияға мөрәжәғәт итә. 

Артур - 3 йыл да 4 айға, Жасурбек - 2 йыл да 6 айға, Асадбек 3 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителгән.

Юлда туҡтаған таныш булмаған автомобилдәргә ултырмағыҙ, үҙегеҙҙең ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән барыуығыҙҙы сит кешеләр менән уртаҡлашмағыҙ.

Сығанаҡ:  Mash Batash телеграм-каналы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас