

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың юбилейы, уға 55 йәш тулды. Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны тыуған көнө менән ҡотланы һәм юғары дәүләт наградаһы тапшырҙы.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Андрей Назаров алты йыл Премьер-министр булып эшләй һәм тап ошо ваҡытта Башҡортостан бөтә йүнәлештәр буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
– Һеҙ ғүмер буйы республика мәнфәғәтендә төрлө вазифаларҙа эшләйһегеҙ, һәр ваҡыт ихлас һәм иң мөһиме – һөҙөмтәле. Һеҙгә иптәш, көрәштәш, етәксе, хөкүмәтебеҙ эшен ойоштороусы булараҡ рәхмәт белдерәм. Башҡортостанды нисек яратыуығыҙҙы беләм. Һеҙ республиканың алдынғы ролдәрҙә булыуын теләйһегеҙ, — тине Радий Хәбиров
Башҡортостан Башлығы Премьер-министрҙы “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Андрей Назаров, үҙ сиратында, Радий Хәбировҡа уның хеҙмәтен юғары баһалағаны һәм тыуған республикаһы мәнфәғәтендә эшләү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте.
– Һәр ваҡыт намыҫлы эшләргә, эш менән Башҡортостанға һөйөүемде иҫбатларға һәм һеҙ күрһәткән ышанысты аҡларға тырыштым, – тип билдәләне Андрей Назаров. - Һөҙөмтәле, уртаҡ эш өсөн Хөкүмәт ағзаларына рәхмәт белдерәм, һәр кемдең үҙ урынында мөмкин тиклем күберәк эшләүен һәм етәксе булараҡ миңә ярҙам итеүен күрәм. Муниципалитет башлыҡтарына айырым рәхмәт һүҙҙәрем.
Фото: скриншот.