

Республика халҡы “Беҙҙекеләрҙе бел“ конкурсына 1477 идея, шулай уҡ 538 ғариза ебәргән.
“Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумында 15 майға тиклем теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Ҡатнашыу өсөн идеянан алып әҙер проектҡа тиклем булған эшегеҙҙе ғариза итеп ебәрергә кәрәк. Иң мөһиме – идея йәки проект кешеләргә һәм илгә файҙа килтерһен.
Тулыраҡ – идея.росконгресс.рф сайтында.
15 майға тиклем “Беҙҙекеләрҙе бел“ брендтар конкурсына ла ғариза бирергә мөмкин. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта бизнестың локализацияһы 30 проценттан кәм булмаҫҡа, ә һатыуҙар йылдан-йыл артырға тейеш.
Тулыраҡ – знайнаших.аси.рф сайтында.