Йәмғиәт
29 Апрель 2025, 17:00

Сәйер шарттарҙа юғалғайны...

Һуңғараҡ уның кәүҙәһе табылды. Уның нисек юғалыуы һәм үлеүе тураһында шаҡ ҡатырғыс мәғлүмәттәр билдәле булды. Мәҫәлән, телефоны бер, сим-картаһы икенсе кеҫәһендә булған... Тағы ла...

Сәйер шарттарҙа юғалғайны...Сәйер шарттарҙа юғалғайны...
Сәйер шарттарҙа юғалғайны...

Үткән ял көндәрендә “Битва сильнейших” шоуының сираттағы тапшырыуы сыҡты. Быйыл экстрасенстар инде икенсе тапҡыр Башҡортостанға килде. Был юлы улар Туймазы районының Райман ауылында йәшәгән ирҙең юғалыуын һәм һуңынан үле килеш табылыуының серҙәрен асыҡларға маташты. Был хәл нимә менән бөткәнен “КП-Өфө” хәбәр итә.

СЕРЛЕ ШАРТТАРҘА ҒӘЙЕП БУЛҒАН

Вадим үткән йылдың авгусында юғалған. Йәш ир ата-әсәһе менән йәшәгән, машиналар ремонтлау менән булышҡан. Юғалғанға тиклем ер һатып алған: йорт төҙөргә ниәт итеп йөрөгән. Был йортта киләсәктә һөйгәне Алһыу менән йәшәргә хыялланған. Вадимдың дуҫтары һәм туғандары әйтеүенсә, ул кешегә берүк асылып бармаған, әммә шулай ҙа һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булған.

2024 йылдың 16 авгусында Вадим эштәре буйынса өйҙән сығып китә: ошо көндә үк әсәһе уны ҡалала күргән.

– Ул мине гел әллә ҡайҙан уҡ күреп, ҡул болғай торғайны. Ә был юлы күрмәйенсә эргәнән үтеп китте. Мин уға нимә булды икән тип аптыраным. Тап шул ваҡытта мин улымды һуңғы тапҡыр күрҙем дә инде...,- тип һөйләгән "КП-Өфө"гә Вадимдың әсәһе Гүзәл.

Кискә Вадим өйгә ҡайтмаған. Иртәгәһенә эҙләү эштәре башланған, ә бер аҙнанан иһә балыҡсылар уның кәүҙәһен Үҫән йылғаһында таба...

– Ни өсөн ул йылға яғына барғандыр - уныһы ҡараңғы. Был ҡаланың бөтөнләй икенсе яғы.Судмедэкспертиза мәғлүмәттәре буйынса, Вадимдың үлеменең сәбәбе - йөрәк өйәнәге. Уға ҡапыл ҡыйын булып киткән тинеләр. Йәнәһе лә, йылға ярында йоҡлап китеп, һыуға ҡолай һәм тонсоға...- тип хәтерләй Вадимдың һөйгәне Алһыу.- Ул һәр ваҡыт миңә "Һин бәхетле булыуыңды теләйем. Бер ҡасан да һине ҡалдырмаясаҡмын" ти ине. Хәҙер бер генә һорау: ни өсөн ҡалдырып китте икән?..

Вадимдың үлеме бәхетһеҙ осраҡ булғанына яҡындары ышанмай, сөнки был фажиғәлә бик күп сәйер мәлдәр булған. Беренсенән, тәүҙә Вадимдың автомобилен таба алмағандар. Ерләгәндән һуң ғына ирҙең ғаиләһе машинаны күрше йорттоң алдында торғанын күреп ҡала. Туғандары әйтеүенсә, берәү шым ғына автомобилде алып килеп ҡалдырып китеүе ихтимал... Өҫтәүенә, автомобилдең асҡысы ҡомға күмелгән килеш табыла. Тағы ла бер сәйер момент: үлеменә тиклем бер нисә минут алда Вадим ни өсөндөр ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Шылтыратыу 35 секунд дауам иткән, тик оператор трубканы алмаған.

Өсөнсөнән, һәләк булыусының салбарында телефонын табалар, әммә унан сим-карта сығарылған була. Ни өсөндөр телефоны бер кеҫәһендә, сим-картаһы икенсе кеҫәһендә ята... Вадимдың туғандары егетте үлтергәндәр тип фаразлай. Өҫтәүенә, ирҙең ҡулдарында һәм аяҡтарында гематомалар була.

Дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн, Вадимдың әсәһе, һөйгәне һәм ағаһы Линар "Битва сильнейших" шоуына мөрәжәғәт итергә була. Ошо сәйер хәлде асыҡлар өсөн Башҡортостанға һынауға өс экстрасенсты ебәрәләр ҙә инде...

РАЙДОС: "НӘҪЕЛЕГЕҘҘӘ ҠАРҒЫШ БАР"

Һынауҙы беренселәрҙән булып Виктория Райдос үткән. Ул ябыҡ конверт эсендә ятҡан фотоны ҡулына алғас, шунда уҡ кире төшөрөп ебәрә. Экстрасенс "фотонан бигерәк насар энергия килә, хатта ҡулдарым бешеп китте", ти. Тәүҙә ул Вадимды үҙ теләге менән яҡты донъяларҙан киткән тип фаразлай (тик һуңынан был версиянан баш тарталар - Ред.). Артабан иһә ул "нәҫелегеҙҙе ҡарғағандар" тип күҙаллай. Эш шунда: Вадимдың ғаиләһе һуңғы дүрт йылда һигеҙ ир-атты юғалтҡан. Кемдер аварияла һәләк була, кемдер ауырығандан һуң яҡты донъяларҙан китә...

– Ҡарғыш бар.Ир-аттарҙың үлеме бигерәк күп. Уларҙың барыһы ла һеҙҙең нәҫелегеҙ буйынса...- тип һөйләгән Райдос. - Мин ҡапыл ғына һыуыҡ булыуын тоям. Һыуға ҡолай. Сығырға тырыша, әммә килеп сыҡмай... Тәүге сәбәп - ҡарғыштың булыуы.

Экстрасенс шулай уҡ Вадимдың ҡотолоуға мөмкинлеге булмауы тураһында һөйләй, сөнки уны "ағым түгел, ә яҙмыш үҙе төпкә һөйрәгән". Вадимдың үлем сәбәптәре тураһында Райдос башҡа бер ни ҙә әйтмәгән, шулай уҡ нәҫелдәге башҡа ир-егеттәрҙе "ҡотҡарыу" өсөн, ҡарғышты юҡ итеү буйынса йола башҡарған.

ЛЕВИН: "УНЫ ҮЛТЕРГӘНДӘР"

Һынауға килгәс тә, Максим Левин Вадимдың туғандарын шунда уҡ гаражға (Вадим машиналар ремонтлау менән шөғөлләнгән булған) алып барған. Экстрасенс унда һәләк булыусы менән бәйләнешкә "сығып", үҙенең версияһын һөйләгән: Вадимды ике ир үлтергән. Улар боҙолған машина өсөн аҡса талап иткәндәр.

–Улар һөйләшер өсөн күперҙә күрешкән. Шокер менән һуҡтыралар. Үлтереүселәр үҙҙәре ныҡ ҡурҡҡан. Улар Вадимды ҡурҡытырға ғына теләгән, - тигән Левин.

Шулай уҡ ул енәйәтселәрҙең билдәләре тураһында ла һөйләгән.

- Улар беренсе көн генә талашмаған. Ниндәйҙер машина өсөн Вадимдан аҡса таптырғандар... Әллә авария, әллә икенсе сәбәп... Шул машинаны сит кеше аша Вадимдан һатып алған булғандар.

Баҡтиһәң, Вадимдың кәүҙәһе табылған йылғанан алыҫ түгел ерҙә ысынлап та күпер бар. Бынан тыш, һәләк булыусының әсәһе Гүзәл шуны хәтеренә төшөргән: Вадим юғалғанға тиклем бер нисә көн алда күршеләре уларҙың йортона ике ирҙең килгәнен күргән. Вадим уларға "Түләрмен" тип әйткәнен ишетеп ҡалған.

КОТОВ: "ДЕПРЕССИЯҺЫ БУЛҒАН"

Һынауҙы һуңғыларҙан булып Юлий Котов үткән.

– Йөрәгендә ниндәйҙер ауырлыҡ булған. Күҙҙәре быяла кеүек. Ниндәйҙер дарыу эсеп йөрөгән...-тигән экстрасенс.

Асыҡланыуынса, Вадимдың автомобиленең аптечкаһында ысынлап та тынысландыра торған таблеткалар булған. Тик ни өсөн ир уны эскәндер - бер кем дә белмәй.

Һынауҙар ваҡытында Котов ҡапыл тышҡа йүгереп сыға. Ул Вадимдың машинаһы ҡайҙа табылған урынды күрһәтә һәм артабан йүгерергә тотона. Уны Вадимдың ағаһы Линар ғына ҡыуып етә ала. Баҡтиһәң, экстрасенс күпергә йүгереп барған. Был урында Котовҡа ҡыйын булып китә, йәнәһе лә үпкәһенә һыу тула.

– Мине мәрхүм күперҙең уртаһына саҡырҙы. Ул ошонда үлгән. Вадимды артынан ике ир баҫтырған. Юлий ҙа был ике кешенең билдәләре тураһында һөйләгән. Артабан иһә Юлий барыһын да таң ҡалдырған: ул аңлатыуынса, былар барыһы ла Вадимдың аҡылдан шашыуы арҡаһында килеп сыҡҡан, ысынында уны бер кем дә баҫтырмаған. Тик ир үҙе быны аңламаған...

– Уны бер кем дә күҙәтмәһә лә, ул ҡотолорға тырыша. Тик барыбер мәрхүмгә уны кемдер баҫтырған кеүек тойола. Бәлки, Вадимды ҡасандыр ныҡ ҡурҡытҡандарҙыр... Минеңсә, ул психик ауырыу менән йонсоған.

Тап ошо ваҡытта Вадимдың әсәһе Гүзәл бер хәлде иҫенә төшөргән: улының үлеменә тиклем бер көн ҡалғас, ул әсәһе янына барып: "Әсәй, ҡара әле, ҡара плащта ниндәйҙер ир баҫып тора!" тигән. Ҡатын бер кемде лә күрмәгәс, был хәлгә әллә ни иғтибар бирмәй.

– Һуңғы ваҡыттарҙа ул ныҡ уйланды. Мин бер нәмә лә һорашманым. Хәлдәрен белешергә кәрәк булған да...-тигән мәрхүмдең әсәһе.

Котов әйтеүенсә, Вадимдың депрессия булған. Туғандары ни тиклем тырышһалар ҙа, уны асыҡлай алмаҫтар ине тигән. Экстрасенс фаразлауынса, мәрхүмдең күп дарыуҙар эсеүе һөҙөмтәһендә аңы томалана һәм күпергә табан бара. Ошо рәүешле бата. Телефон менән сим-картаның ике кеҫәлә булыуын ул былай тип аңлата:

– Кешеләр уны тапмаһын өсөн йәшеренгән булған. Асҡысты ла үҙе ташлаған. Вадим аҡылдан шашыуы арҡаһында һәләк булған... Бында бер ниндәй ҙә ҡарғыш юҡ.

ТУҒАНДАРЫ НИНДӘЙ ВЕРСИЯНЫ ҺАЙЛАҒАН?

Котовтың версияһы менән Левин килешмәгән. - Был дөрөҫ түгел. Вадим аҡылдан шашмаған булған. Мин мәрхүм менән "аралаштым". Уның эргәһендә тере кешеләрҙе күрҙем. Улар телефондан симканы алырға бойорған, - тигән ул.

Версияларға килгәндә, Вадимдың ғаиләһе Максим Левиндың версияһын дөрөҫ тип уйлай. Дуҫтар, ә һеҙ экстрасенстарға ышанаһығыҙмы, уларҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бармы икән?

Ни генә булһа ла, йәш ир бигерәк йәл... Ғаиләһенә сабырлыҡ теләйбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: "КП-Өфө".

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас