

Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылы янындағы Күстәнә тауы башында ҡурайға һәйкәл ҡуйылды. Был изге эш ошо ауылда йәшәүсе Йәмил Фирғәт улы Үҙәнбаевтың башланғысы менән ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, Таулыҡай ауылы янындағы тау башында ҡурайға һәйкәл быға тиклем дә булып, тирә-яҡҡа йәм биреп тора ине. Был урын ауыл халҡының да, ҡунаҡтарҙың да яратып ял иткән мөйөшө булды. Әммә, төрлө сәбәптәр араһында, бынан бер нисә йыл элек һәйкәл һүтеп алынды.
2023 йылда Үҙәнбаевтар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сылтыр шишмә" район конкурсында ҡатнашып, Туҙғыуыш шишмәһен таҙалап, кәртәләп ҡуйған ине. Был конкурсҡа 2024 йылда йомғаҡ яһалып, Үҙәнбаевтар (етәксеһе – Йәмил Фирғәт улы) еңеүсе тип танылды һәм 10 мең һум күләмендәге аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Ошо аҡсаға Йәмил Фирғәт улы ҡурай һәйкәлен тергеҙеү идеяһы менән яна: яҡындары менән кәңәшләшә, кәрәкле материалдар һатып ала, оҫталар менән һөйләшә. Уның тәҡдимен туғандары ла хуплай һәм Үҙәнбаевтар был эште бик ойошҡанлы башҡарып та ҡуйған.
Әле был урын яңы һулыш алған, сөнки ете тажлы ғорур ҡурай һәйкәленән тыш, бер нисә метр алыҫлыҡта, тимер беседка, өҫтәл, ултырғыстар урынлаштырылған. Беседканы әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугире Наил Үҙәнбаев бүләк иткән.
Өмәгә ир-аттар менән бергә, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа сыҡҡан. Берәүҙәр ҡурай һәйкәлен урынлаштырһа, икенселәр – өҫтәл- ултырғыстарҙы.
Үҙәнбаевтар шулай уҡ тау битләүенә "Бөйөк Еңеүгә – 80 йыл!" тип яҙып, уны матур итеп ағартып та ҡуйған.
– Йәмил ағай Үҙәнбаев был яуаплы сарала ҡатнашҡан туғандарына, ярҙамлашырға килгән егеттәргә,бигерәк тә ауылыбыҙҙың оҫта иретеп йәбештереүсеһе Илнур Ишкининға, водитель Зәбир Рамаҙан улына, ауыл старостаһы Юнир Мулләхмәт улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һаулыҡ, барлыҡ эштәренең уң булыуын теләне, – тип хәбәр итте ауыл активисы, “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Альбина Байегетова.
Бына шундай матур, изге эш башҡарған ысын илһөйәрҙәр, тыуған ере өсөн янып йәшәгән Үҙәнбаевтар. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар юлдаш булһын!
Сығанаҡ: https://vk.com/club6936645 (“Таулыҡай Айыҡ ауыл - 2024” төркөмө).