Йәмғиәт
30 Апрель 2025, 09:30

Өфө телебашняһы шәп “тамаша” күрһәтә!

Ул 1 май хөрмәтенә төрлө төҫкә инәсәк.

Өфө телебашняһы шәп “тамаша” күрһәтә!Өфө телебашняһы шәп “тамаша” күрһәтә!
Өфө телебашняһы шәп “тамаша” күрһәтә!

1 майҙа байрам төнөндә РТРС-тың филиалы “Башҡортостан Республикаһы радиотелевидение тапшырыу үҙәге” телебашняһы тематик яҡтыртыу ярҙамында яңы төҫ аласаҡ

21:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем Р. Зорге урамындағы медиафасад байрам һүрәттәрен күрһәтәсәк: яҙғы пейзаждар, күгәрсендәр, һауа шарҙары һәм төрлө сағыу биҙәктәр. Биҙәүҙең төп элементы булып “Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!” тигән яҙыу торасаҡ.

Ошондай уҡ шоуҙар был кистә Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу ҡалаһында үтәсәк. Бындай күренеш 1 майҙы үткәреүҙең һәм халыҡ өсөн байрам атмосфераһын булдырыуҙың традицион ысулы булып тора.

РТРС белгестәре ҡаланың төрлө нөктәләренән ҡарап булырлыҡ шәп программа әҙерләгән. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ошо тамашаға һоҡланырға һәм иҫтәлеккә фотоға төшөргә саҡыралар.

Сығанаҡ һәм фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-04-30/ufimskaya-telebashnya-zasvetitsya-v-chest-pervomaya-4219419

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас