

Яҡташыбыҙ Айһылыу Шәһивәлиева ауыр сир менән көрәшә. Былтыр бар республика менән ике бала әсәһенә ярҙам итеү өсөн 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйылғайны. Бер айҙан ул Төркиәгә барҙы, әммә анализдары насар булыуы сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Шулай уҡ йыл аҙағында уның сирле аяғын ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне. Унан һуң да тағы операциялар үткәрергә тура килде көслө ҡатынға.
Оҙайлы ваҡыт ул бәйләнештә булманы. Һәм бына кисә социаль селтәрҙә килеп сығып үҙенең хәле тураһында белгертте.
“Бәйләнешкә сығам, ошо ваҡыт эсендә ике курс химия алып өлгөрҙөм, әле өйҙәмен, хәл йыям. Әлегә хәл юғыраҡ. 11 майҙа өсөнсө курс химия башлана. Был ваҡытҡа мин көс йыйырға һәм яңынан дауалана башларға тейешмен.
Дауаланыу башланыуына бик шатмын. Ауыр булһа ла, балаларым өсөн тырышасаҡмын. Консилиум үткәрелде, баш табип менән һөйләшеү булды һәм дауаланыу планы билдәләнде. Ярҙам итерҙәр тип ныҡ ышанам. Бөтә сығымдарҙы һәм отчеттарҙы һалып барырмын. Йәшәү мөмкинлеге бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт.
Байрамдарҙа балалар янына барырға теләгәйнек, сөнки уларҙы күптән күргән юҡ. Тик хәлемә ҡарап, әлегә бармай торорға булдыҡ”, – тип яҙҙы Айһылыу.
Фото: Айһылыуҙың социаль селтәре.