Йәмғиәт
5 Май 2025, 12:45

Йәнә ҡайғылы хәбәр...

Ул яңы ғына Башлыҡ ҡулынан ҙур награда алғайны. 

Йәнә ҡайғылы хәбәр...Йәнә ҡайғылы хәбәр...
Йәнә ҡайғылы хәбәр...

Бөгөн кискә ҡарай ҡайғылы хәбәр билдәле булды. Өфөнөң элекке мэры, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев вафат булған. Был хаҡта үҙенең сығанағына таянып “Вся Уфа” телеканалы хәбәр итә.

Уның ни сәбәпле үлеүе тураһында әлегә билдәле түгел. Шуныһы, күптән түгел генә, апрелдә ул Башҡортостан Башлығы ҡулынан юғары дәүләт наградаһы алғайны, республиканы, баш ҡаланы үҫтереүгә булған пландары менән уртаҡлашҡайны.

Павел Качкаевтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас