Йәмғиәт
6 Май 2025, 18:20

Башҡортостанда спорт үҫешкән

Һеҙ иҫ киткес һөҙөмтә күрһәттегеҙ!

Башҡортостанда спорт үҫешкәнБашҡортостанда спорт үҫешкән
Башҡортостанда спорт үҫешкән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге "Динамо" баскетбол клубының спортсылары һәм тренерҙары менән осрашты. Радий Фәрит улы уларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотланы.

– Һеҙ иҫ киткес һөҙөмтә күрһәттегеҙ, Юғары лигала чемпион булдығыҙ һәм Рәсәй чемпионатының Суперлигаһында ныҡлы урынлаштығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге миҙгел шул хәтлем матур һәм сағыу булды. Һеҙ үткәргән 42 матчтың 39-ында еңдегеҙ, шуныһы, рәттән 30 уйында еңдегеҙ. Был бит шәп! Шул мөһим, һеҙгә йәштәр тиңләшергә тырыша, һеҙҙең уйындар балаларҙы илһамландыра һәм уҡыусы балалар спортҡа ылыға. Баскетбол – популяр спорт уйындарының береһе. Республикабыҙҙа төрлө кимәлдә уйнаусыларҙы әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Хеҙмәтегеҙ һәм уңыштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙән яңы еңеүҙәр көтәбеҙ.

Радий Хәбиров спорт менән шөғөлләнеү өсөн беҙҙәге инфраструктураның үҫеше тураһында һөйләне, шулай уҡ баскетболға ла туҡталды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас