

8 майҙа Шишмә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алкин-2 ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Белем усағы 2017 йылда Сүриәләге махсус хәрби операцияла һәләк булған сығарылыш уҡыусыһы полковник Рөстәм Абзаловтың исемен йөрөтә.
Төбәк етәксеһе, атап әйткәндә, «Үргә ос!» республика мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу" модуле сиктәрендә асылған стоматология кабинетын ҡараны, мәктәп музейы менән танышты һәм почетлы ҡунаҡтар китабына иҫтәлекле яҙма ҡалдырҙы.
Уҡыу йорто директоры Гөлфиә Заһиҙуллина хәбәр итеүенсә, мәктәпкә яҡын-тирәләге ете ауылдан 612 бала йөрөй. 1986 йылда төҙөлгән бина ҡыйығын капиталь ремонтлауҙы, тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙы, фасадты яңыртыуҙы талап итә. Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф министрлығына тәү сиратта ҡыйыҡты тәртипкә килтерергә ҡушты.
– Мәктәп яҡшы-таҙа, теүәл, бында белем биреү процесы өсөн барыһы ла бар. Балалар күп, ике сменала уҡый, тимәк, мәктәптең киләсәге бар, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. - Уны федераль капиталь ремонт программаһына индерергә тырышасаҡбыҙ. Ә әлегә эште ҡыйыҡтан башлайбыҙ. Уны тиҙ арала ремонтлаясаҡбыҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Алкин-2 ауылын төҙөкләндереү тураһында һөйләне.
– Бында башлыса хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре йәшәй, уларға айырым иғтибар бүлергә теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Шуға күрә ихаталарҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, тротуарҙарҙы ремонтлаясаҡбыҙ, «Патриот» хәрби-патриотик паркын үҫтерәсәкбеҙ.