Йәмғиәт
12 Май 2025, 06:25

Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте

Әбйәлил районының Буранғол һәм Асҡар ауылдарында Башҡортостан Республикаһы ведомстволары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Халыҡтың һорауҙарына БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һәм БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов яуап бирҙе.

Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үттеБуранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте
Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте

Халыҡ өсөн айырыуса киҫкен торған бер нисә мәсьәләгә туҡталып үтәбеҙ.

1️⃣ һорау: "Салауат" совхозы тирәһендә радиация хәүефе янауы тураһында мәғлүмәттәр бар. Был осраҡта нимә эшләргә?

- 20-се йылдарҙан алып унда радиоактив объекттар булыуы тураһында имеш-мимеш йөрөй. Бөгөнгә унда радиацияға бәйле нимәлер булыуы тураһында раҫланған мәғлүмәт юҡ. Бынан тыш, беҙ визуаль тикшереү яһаған, приборҙар менән тикшереү үткәргән, мөмкин булған бысраныуҙарҙың ҡайҙа булыуын күргән белгестәрҙе ебәрҙек. Улар һәр ерҙә фондың тигеҙ булыуын, тейешле кимәлдән юғарыраҡ түгел икәнлеген асыҡланы, - тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.

2️⃣ һорау: "Себер түләмәһе йоҡтороу ҡурҡынысы булыуы ысынмы?”

- 1959 йылдың декабрендә Әбйәлил районы территорияһындағы бер хужалыҡта һыйыр себер түләмәһе менән ауырый. Уны яндыралар һәм ҡалдыҡтарын ерләйҙәр. Һыйыр торған һарайҙы яндыралар, әммә  хужаларҙың йорто шул килеш ҡала. Ә 1960 йылда бер һарыҡ ауырып китә. Шул саҡта һарыҡты һәм бөтә ҡоролмаларҙы, шул иҫәптән йортто ла яндыралар. Был территорияны кәртәләп, билдә ҡуялар. Белеүегеҙсә, 2013 йылда көслө ташҡын була, 200-гә яҡын йорт һыу аҫтында ҡала. Шул саҡта халыҡ республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә һәм 20 кешенән торған комиссия урынға сыға, акт төҙөй, яндырыу урыны бетонлана. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, 2013 йылдағы көслө ташҡын мәлендә себер түләмәһе менән сирләүҙең бер осрағы ла булманы. Шуға күрә бында борсолорға сәбәп юҡ, - тине БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов.

3️⃣ һорау: " Тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөһәләр, йылғалар һәм күлдәр, урмандар менән нимә булыр?”

- Геологик разведка завод төҙөлөшөнөң башланыуын аңлатмай. Геологик разведка һәм төҙөлөш башлау - төрлө нәмәләр. Мин бары шуны ғына әйтә алам: барыһы ла закон буйынса эшләнә һәм быларҙың нисек эшләнеүе күптән инде закон менән нығытылған. Геологик разведка барышында ерҙең төрлө ҡатламдары алына һәм уларға анализ яһала. Ошонан һуң ғына артабан мәғдән сығарыуға лицензия бирелә. Хәҙергә тик геологик разведка үткәреүгә генә лицензия бар. Разведка үткәреп, төҙөлөштө башлағанға тиклем бер нисә йыл үтергә мөмкин, төҙөлөшкә тиклем мотлаҡ асыҡ тыңлауҙар үткәрелә. Мин үҙемдең шәхси позициямды әйтә алмайым, закон буйынса тейешлеһен әйтәм. Әгәр закон буйынса геологик разведка үткәрелергә тейеш икән, ул үткәреләсәк. Бер кем дә законды боҙорға йыйынмай, - тине БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

4️⃣ һорау: "Яҡтыкүлдең һыуы "сәскә ата", беҙ һыу инә алмайбыҙ, был юҫыҡта ниндәй саралар күрелә?”

- Беҙ һәр яҙ, йәй һәм көҙ Яҡтыкүл тирәләй эшләнгән ваҡытлы мунсалар һәм башҡа һәр төҙөлөш объекты буйынса даими эшләйбеҙ. Асҡар ауылы һәм Әбйәлил районы халҡы булараҡ, һеҙгә һорауым бар: ни өсөн йәмәғәт контроле сиктәрендә ауыл хакимиәте менән үҙ-ара эш итеү юҡ? Төҙөлөшкә рөхсәтте ауыл биләмәһендә йәшәүсе конкрет кеше бирә, - тип яуап бирҙе Нияз Мансур улы һәм йәмәғәт контролен ойоштороу инициативаһы менән сығырға кәңәш итте.

Ул шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларҙың барыһы ла яуаплылыҡҡа тарттырыла, хатта енәйәт эше ҡуҙғатыла, тип билдәләне.

5️⃣ һорау: "Геологик разведка үткәрергә йыйынған участканы махсус һаҡланған биләмә исемлегенә индерергә мөмкинме?”

- "Салауат" ЯСЙ-һы лицензия алған биләмәлә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу инициативаһы менән сыҡтыҡ. Закон буйынса геологик өйрәнеү, эҙләү, баһалау һ.б. өсөн лицензия бирелгән участкала айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре булдырылмай, уға сиктәш биләмәләрҙә эшләргә мөмкин.БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был мәсьәләне тикшерергә әҙер,- тип аңлатма бирҙе БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Әбйәлил районы халҡы менән осрашыуҙар ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар: белгестәрҙән һәм урындағы халыҡтан торған комиссия менән "Салауат" совхозы утары эргәһендәге урындарҙы радиация һәм себер түләмәһе менән үләт соҡоро булыу-булмауға ҡабаттан тикшереүҙе ойошторорға; Асҡар ауылының таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға булышлыҡ итергә.

Автор фотолары.

Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте
Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте
Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте
Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте
Буранғол һәм Асҡарҙа осрашыуҙар үтте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас