

Быйыл Башҡортостанда махсус хәрби операция темаһына арналған яңы китаптар донъя күрәсәк. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев хәбәр итте. “Память СВО” китабында “Рәсәй Геройы” исеменә лайыҡ булған республика кешеләре тураһында бәйән ителә, “Геройҙар юлы менән” китабында башҡорт телендә аудиояҙма менән МХО тураһында повесть бар. Был китаптар геройҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерәсәк.
Максим Ульчев былтырғы йылдың ҡыҙыҡлы проекттары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 2024 йылда “СВОими глазами. Страницы спецоперации" китабы сыға. Бында Башҡортостан журналистары МХО биләмәһенән үҙ йылъяҙмаһын яҙа. “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” ҡыҙыҡлы аудиопроект булды, уның әҫәрҙәренең береһен Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны яугирҙәре яңғыратты. Уны һанлы майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин.
Максим Ульчев һүҙҙәренсә, 2024 йылға план билдәләнгән: республиканың бөтә мәктәптәре өсөн 79 уҡыу баҫмаһы һәм 62 уҡыу булмаған, башлыса нәфис әҙәбиәт баҫмаһы сығарыу. Дөйөм тиражы 561 мең дана тәшкил итә. Китаптарҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте әҙерләй һәм сығара.
Нәшриәт йыл һайын башҡорт әҙәбиәте классикаһын, заманса нәфис, тәржемә әҙәбиәтен баҫтыра. Баҫмалар башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә сыға, хатта ҡытай телендә проект булған. Дөйөм тиражы 68,5 мең дана. Башҡортостанда балалар әҙәбиәтенә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын 20-25 баҫма сыға, уларҙың күбеһе уйын формаһында.
Шулай уҡ етәксе әйтеүенсә, былтыр Өфө үҙәгендә асылған “Китап” магазины милли мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде. Бында китаптар ғына һатылып ҡалмай, ә ижади саралар ҙа үтә.
– Бөгөн "Китап" нәшриәте Рәсәйҙең милли китап нәшриәте лидерҙарының береһе булып тора. Бөтә китаптарыбыҙ ҙа ГОСТ-ҡа тап килә, социаль хаҡтар буйынса һатыла (уртаса 250 һум). Беҙҙең китаптар 2024 йылда Рәсәй һәм төбәк-ара кимәлдәге 16 наградаға лайыҡ булды. Республика халҡының юғары сифатлы милли әҙәбиәттең киң ассортиментына ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү беҙҙең өсөн мөһим өҫтөнлөк булып ҡала!