Йәмғиәт
14 Май 2025, 10:00

Әминдең уңған килене!

Ауылда эш юҡ, тип ҡайғырмай, киреһенсә, юҡты бар итеп йәшәүселәр һоҡландыра. Шундай уңған хужабикәләрҙең береһе Баймаҡ районы Әмин ауылында йәшәй.

Әминдең уңған килене!Әминдең уңған килене!
Әминдең уңған килене!

Бөгөн ауылда йәшәгән уңған ҡатын –ҡыҙҙар һөт ризыҡтарын күпләп әҙерләй, уны һатыуға алып сыға. Ауылда эш юҡ, тип ҡайғырмай, киреһенсә, юҡты бар итеп йәшәүселәр һоҡландыра. Шундай уңған хужабикәләрҙең береһе Баймаҡ районы Әмин ауылында йәшәй.

Ғөбәйҙә Зыкрина һөт ризыҡтары етештерә һәм улар менән кәсеп итә. Һәр иртән яңы һауылған һөт сеператҡа төшөп, ҡаймаҡ айырта. Айыртылған һөттөн көн һайын тиерлек эремсек эшләй, ҡорот ҡайната. Бер-ике көндәге айыртылған һөттө үҙе эшләгән, ап-аҡ итеп таҙартылып биҙәкләнгән тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙыл эремсек эшләүҙе бигерәк тә ярата. Егәрленең ҡулы ете тигәне шулдыр күрәһең, уңған хужабикәнең ҡороттары кибеп тә ята, ҡайнап та ултыра, йәйелеп тә бара.

-Һәр миҙгелдең үҙ мәлен тотоп ҡалырға кәрәк. Әле һыйырҙарҙың үләнгә туйынған сағы, шуға һөттәре лә мул. Бер тамсы аҡты ла тәләфләмәй, һәр иртә унан төрлө ризыҡтар эшләйем. Ҡыҙыл эремсекте, сейәле ҡоротто бик теләп һатып алалар, заказдар ҙа ҡабул итәм,- ти Ғөбәйҙә Насырйән ҡыҙы.

Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарына һорау ҙур бөгөн. Тик эшләп өлгөр генә. Ҡыҙыл эремсек, талҡан, май, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, һөттәрҙе көн һайын Темәс баҙарына алып барып һата. Ул арала буҙаһын да ҡойоп өлгөртә, бәлеш - пирожкиларын бешереп, самауыр сәйен дә эсереп ебәрә.

Тормош иптәше Дамир Ишбулды улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Биш ейән-ейәнсәрҙәре лә йәй көндәрендә рәхәтләнеп өләсәләренең тәмле һөт ризыҡтары менән һыйлана.

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр тигәндәй, егәрле һәм бар яҡлап килгән Әмин ауылы хужабикәһе күпләп ҡош-ҡорт та аҫрай, баҡса ла үҫтерә.

Автор фотолары

Әминдең уңған килене!
Әминдең уңған килене!
Әминдең уңған килене!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас