Йәмғиәт
14 Май 2025, 06:45

Йылыта тиҙәр, ышанырғамы?

Алдағы өс көнгә һауа торошо

Йылыта тиҙәр, ышанырғамы?Йылыта тиҙәр, ышанырғамы?
Йылыта тиҙәр, ышанырғамы?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 14 майҙа, Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +20, +25°, таулы райондарҙа +15°тиклем.

Кесаҙна, 15 майҙа, төндә ямғыр яуыуы, урыны менән көслө, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана.

Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +15, +20°.

Йома, 16 майҙа, яуым-төшөмһөҙ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +16, +21°.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас